Мәҙәниәт йылы лазерлы шоу һәм тантаналы фейерверк менән тамамланасаҡ 02.12.2014

Сара 5 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында  үтә.

Тап ошо көндө, төҙөкләндерелгәндән һуң элекке «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы  ишектәрен аса. Лазерлы шоуға өфөләр концерт залының  тышҡы яғынан тамаша ҡыла аласаҡ. Ошо уҡ ваҡытта залда  сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында гала-концерт уҙа. Ошонда уҡ  иң оҫта сәхнә йондоҙҙарын бүләкләү көтөлә. Фойела Мәҙәниәт йылына бағышланған күргәҙмә эшләйәсәк.
Ә инде тере  музыканың бар нәзәкәтен тамашасы 7 декабрҙә баһалай  аласаҡ. Был көндө концерт залында билдәле дирижер Юрий Башмет менән «Мәскәү солистары» камера ансамбленең берлектәге сығышы көтөлә. Маэстро Өфө тамашасыһына «Серенада» программаһын тәҡдим итә. Киләсәктә заманса йыһазландырылған концерт залы сәхнәһенә донъя  кимәлендә танылған башҡа йондоҙҙарҙы ла саҡырыу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика