Мәҙәниәт йылы халыҡты рухи байыҡтырыуға йүнәлтелгән учреждениеларға яңы кимәлгә сығырға ярҙам итә 13.09.2014

Театрҙар төҙөкләндерелә, республика ауылдарында клубтар асыла, музейҙар яңырыу кисерә.

Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылындағы яҙыусы Шәриф Бикҡолдың йорт-музейы 10 йыл эшләп килә. Ауыл һәм район халҡы уның йөкмәткеһе менән яҡшы таныш. Учреждение өсөн ҡунаҡтарға ҡыҙыҡлы экспонаттар, яңы мәғлүмәт тәҡдим итеү көн талабы. Ошо маҡсатта музей заман технологияларын үҙләштергән, бында хәҙер интерактив дисплей эшләй, ул видеояҙмалар ҡарау, шағирҙың әҫәрҙәре менән танышыу мөмкинлеген бирә. Шәриф Биҡҡол шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы шулай уҡ махсус плеер аша  ла тыңлап  була.  
Ә бына Ибраһим ауылындағы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың йорт-музейында видеоконференциялар үткәреү мөмкинлеге булдырылған. Хәҙер мәҙәниәт усағына килеүселәр  шәхестең тормошо һәм ижадына бәйле һорауҙарҙы  белгестәргә  тура бирә ала. Музей менән тура бәйләнешкә Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары сыға. Яңы мөмкинлектәр йәш быуынды мәғрифәтсенең тормошо  менән яҡындан  таныштырыуҙа ярҙам итер, тип ышана музей етәкселеге.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика