Мәҙәниәт усаҡтарына яңы һулыш 16.01.2017

Быйыл «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Төбәк мәҙәниәт йорто» проектын тормошҡа ашырыуҙы башлай. Программа биналарҙы ремонтлауға, мәҙәниәт учреждениеларының базаһын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк. Унда ҡатнашыу өсөн тәү сиратта ихтыяжды иҫбатлаусы документтар тупларға кәрәк. Проектҡа инеү хоҡуғына 50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән төбәктәрҙең мәҙәниәт усаҡтары дәғүә итә ала. Тәүгеләрҙән булып программаға Архангелдең Максим Горький ауылы клубы ингән.

Максим Горький ҡасабаһындағы мәҙәниәт йорто коридорҙарында инде ун дүртенсе йыл елдәр уйнай. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән бина ныҡ таушалғас 2003 йылда ремонтҡа ябыла. Ләкин төҙөкләндереү эштәре һаманғаса дауам итә. Күләмле сараларҙы хәҙер ауылдың мәктәбе ҡабул итергә мәжбүр.  
Шулай уҡ китапхана, латыш милли тарихи үҙәге лә ауыл советы бинаһына күсеп торорға мәжбүр булған. Бында мәҙәниәт йорто әлбиттә, тулы көсөнә эшләй алмай, бының өсөн ябай ғына урын да юҡ. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре бинаның ҡабаттан сафҡа инеүен өмөтләнеп көтә.
Арх-Латыш ауыл мәҙәниәт йорто майҙаны 700 квадрат метр тәшкил итә. Ләкин әле, бинала ремонт барғанға учреждение бында, 18 квадрат метрҙа урынлашырға мәжбүр. Әлбиттә, мәҙәниәт йортоноң бөтә реквизиттары бында һыймай, бары тик китаптар һәм документтар ғына. Бынан тыш, балаларҙың ҡайһы бер түңәрәктәре лә әле бында үтә.
Арх-Латыш мәҙәниәт йортоноң өй туйын «Берҙәм Рәсәй»ҙең яңы программаһы яҡынайтты. Быйыл  партия «Беҙҙең ихата», «Бәләкәй ҡалалар парктары», «Бәләкәй ҡалаларҙың театрҙары», «Төбәк мәҙәниәт йорто» тип аталған дүрт яңы проект эшләй башлай. Фирҡәнең  мәҙәниәт усаҡтарына арналған программа сиктәрендә бүленгән аҡсаны биналарҙы ремонтлауға ла, музыка ҡоралдары  йәки костюмдар һатып алыуға ла тотонорға мөмкин. Тик бөтә ихтыяждарҙы документтар менән иҫбатлау мотлаҡ.
Республика буйынса мәҙәниәт йорттарына «Берҙәм Рәсәй» проекты сиктәрендә 46 миллион һум бүленәсәк. Программа өс йылға иҫәпләнгән. Тәүге исемлеккә 34 райондың ауыл клубтары эләккән. Улар араһында Арх-Латыш мәҙәниәт йорто ла бар. Әле Максим Горький ауылындағы бинала инженер коммуникацияларын алмаштырып, биҙәү эштәрен теүәлләргә ҡалған. Подрядсы ойошма тәғәйенләнгән, ә «Төбәк мәҙәниәт йорто» программаһы буйынса күскән аҡсаны Архангелдәр учреждениены йыһазландырыуға тотонорға уйлай.



Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика