Мәҙәниәт өлкәһендә өҙлөкһөҙ уҡытыу системаһын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мәсьәләләре өсөнсө республика кәңәшмәһендә ҡаралды

Мәҙәниәт өлкәһендә өҙлөкһөҙ уҡытыу системаһын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мәсьәләләре өсөнсө республика кәңәшмәһендә ҡаралды 05.12.2017

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостанда  сәнғәт әһелдәрен тәрбиәләү юғары кимәлгә күтәрелергә тейеш. Юғиһә, тотош республикала ете йөҙ тирәһе генә  музыканы төплө белгән һөнәр оҫталары бар, тине  төбәк етәксеһе.  Юғары әҙерлекле музыканттар тәрбиәләү өсөн республикала бар шарттар ҙа тыуҙырыла. Һуңғы өс йылда  сәнғәт мәктәптәренә музыка ҡоралдары һатып алыу өсөн генә 107 миллион һум аҡса бүленгән. Белем усаҡтарының  матди-техник базаһы нығытылған. Әле  музыка мәктәптәрендә ҡырҡ бер меңдән ашыу бала белем ала. Буласаҡ сәхнә йондоҙҙары менән бөгөн Рөстәм Хәмитов та осрашты.

Ябай мәктәптәрҙә беренсе класс балалары алфавит өйрәнһә,  баш ҡаланың музыка колледжы тәрбиәләнеүселәре өлкәндәр өсөн дә ҡатмарлы фән -сольфеджионы үҙләштерә. Шулай ҙа төп предметтарҙан азат түгел. Улар ҙа берҙәй тигеҙ уҡытыла. Ләкин музыкаға мөккибән киткән һәләтле балалар өсөн өҫтәмә дәрестәр ауырлыҡ тыуҙырмай.
Дәрестәрҙең мөмкин тиклем мауҡтырғыс, заманса технологиялар ҡулланып уҙғарылыуы ла балаларға ҡыҙыҡһыныу өҫтәй. Музыка колледжының һәр бүлмәһе интерактив таҡталар менән йыһазландырылған.
Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреүҙе үҫтереү өсөн музыка колледжы башҡа ҡалалар менән телекүперҙәр ойоштора. Бәйләнештә Салауат ҡалаһы. Буласаҡ сәнғәт әһелдәре тәжрибә уртаҡлаша.
Рөстәм Хәмитов был тәжрибәне киңерәк йәйелдереү бурысы ҡуйҙы. Сөнки республикала юғары әҙерлекле музыка белгестәре етешмәй, тине ул.
Бының өсөн белем биреүҙе өҙлөкһөҙ итеп ойоштороу мөһим. Мәктәп-училище- вуз.
Мәҙәниәт өлкәһендә өҙлөкһөҙ уҡытыу системаһын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мәсьәләләре сәнғәт белгестәренең өсөнсө республика кәңәшмәһендә лә ҡаралды. Рөстәм Хәмитов юғары әҙерлекле музыка белгестәре тәрбиәләү өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуын билдәләне.
Бының өсөн республикала шарттар тыуҙырылған. Сәнғәт мәктәптәренә музыка ҡоралдары алыу өсөн генә һуңғы өс йылда йөҙ миллиондан ашыу аҡса бүленгән. Ошо арала тағы ла утыҙ миоллион үҙләштереләсәк. Һөҙөмтә юҡ түгел. Сәнғәт уҡыу йорттарында белем алыусылар 2 меңгә артҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика