Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан республиканың бер төркөм сәнғәт әһелдәре гранттар менән бүләкләнде

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан республиканың бер төркөм сәнғәт әһелдәре гранттар менән бүләкләнде 25.03.2016

Был аҡсалата ярҙамды ижади коллективтар аныҡ бер проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҙур конкурс үтеп алған.

Грантҡа лайыҡ булыусыларҙың барыһы ла республикаға яҡшы таныш йөҙҙәр. Һәр береһе үҙ проекты менән халыҡ араһында киң танылыу яулап өлгөргән. Мәҙәниәт өлкәһен грант системаһы менән үҫтереү ҙә иң-иңдәрҙе билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Белгестәр был алымды һөҙөмтәле тип иҫәпләй. Халыҡ хөкөмөнә етди фильтрҙы үтә алған, лайыҡлы проекттар ғына сығарыла.
Быйыл грантҡа 46 ижади эш  авторы лайыҡ булды. Улар проекттың күләменә ҡарап 13 миллион ярым һумға тиклем аҡсалата ярҙам алды. Гранттар  башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу ғына түгел, ижади кеше өсөн ҙур ҡанат та ул, ти бүләкләнеүселәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку