«Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевта – ҡунаҡта» 23.08.2016

Ҡырмыҫҡалы районында уҙған  әҙәби байрам шулай тип аталды. Күләмле мәҙәни сара күренекле мәғрифәтсенең тыуыуына 175 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Байрамға килгән абруйлы ҡунаҡтар араһында Ҡырым Республикаһының Белогорск районы вәкилдәре лә бар ине.

Бының сәбәбе ябай - 1887-1889 йылдарҙа Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлексәһе ағзаһы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Ҡырым комиссияһы составында хәйриә мөлкәтенә бәйле бәхәстәрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша. Яңы тарихта ике төбәк вәкилдәре йәнә хеҙмәттәшлек итә.
Галина Перелович , Ҡырым республикаһының Белогорск районы хакимиәте башлығы: «Беҙ үҙебеҙҙе оло ғорурлыҡ менән Башҡортостандың 55-cе районы тип атайбыҙ. Ике район араһында хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөнөк. Киләсәктә дуҫлыҡ бәйләнештәре тағы ла нығыр, тип ышанам».
Байрамда ҡатнашыусылар Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ҡәберенә сәскә һалды, шәхестең ҡулъяҙмалары, документтары, шәхси әйберҙәре һаҡланған музейҙы ҡараны. Ҡунаҡтар музейға М. Өмөтбаев тураһында китаптар ҙа бүләк итте. Сараны Башҡортостан һәм Ҡырым мәғрифәтселәренә арналған  күргәҙмә лә биҙәне.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика