Мәңге балҡыр йондоҙ 20.10.2015

Бөгөн  Башҡортостандың халыҡ шағиры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Социалистик Хеҙмәт Геройы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең тыуыуына 96 йыл.

Ошо уңайҙан республикала күренекле ижадсы иҫтәлегенә арналған төрлө саралар уҙа. Баш ҡалала шағир һәйкәленә сәскәләр һалынды. Башҡорт дәүләт университетының иң яҡшы студенттарына иһә Мостай Кәрим исемендәге фондтың гранты тапшырыла. Фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһендә уңышлы эшләүсе ике студент ҡыҙ  иллешәр мең һум күләмендә премия менән бүләкләнәсәк. 27-29 октябрҙә шәхес исемен йөрөткән Милли йәштәр театры артистары ла халыҡты спектаклдәр шәлкеме  менән һөйөндөрөргә ниәтләй.  «Беҙҙең өйҙөң йәме» , «Ҡыҙ урлау» һәм башҡа үлемһеҙ әҫәрҙәре менән Мостай Кәрим килер  быуын тамашасыларының да һөйөүен яуланы.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика