Липецк өлкәһендә «Аҡ тирмә»ләр 27.09.2016

Мәскәүҙәге башҡорт милли-мәҙәни үҙәге вәкилдәре 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәре буйлап икенсегә сәфәр тота. Сираттағы маҡсат - урындағы халыҡ менән осрашып,Башҡорт атлыларының ҡаһарманлығы хаҡында күберәк материал туплау, район етәкселеге менән уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса һөйләшеү үткәреү.

Әйткәндәй, өлкәнең Тербуны ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ Замир Вахитов был эште үҙенең изге бурысы тип һанай. Замир Мөхтәр улы ярты йыл дауамында архив материалдары өҫтөндә эшләп, Икенсе Тербуны ауылында башҡорт кавалеристары ерләнгән туғандар ҡәберлегендәге обелискҡа инмәгән 244 һалдаттың исемен асыҡлаған. Әле ул ошо исемдәрҙе обелискка индереү өҫтөндә эшләй. Район етәкселеге төрлө яҡлап ярҙам итергә вәғәҙә биргән дә инде. «Аҡ тирмә» вәкилдәре ошондай изге эште башҡа өлкәләрҙә лә йәйелдерегә ниәтләй. Башҡорт атлылары Рейхстагҡа тиклем барып еткәнен иҫәпкә алғанда, эш күп буласаҡ. Әммә Замир Вахитов кеүек әүҙем яҡташтарыбыҙ эште күпкә еңеләйтә, ти милли-мәҙәни үҙәк етәксеһе Гөлсинә Батыршина.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика