Легендар шәхестәр беҙҙең арала 24.11.2016

Өфөлә барған «Тэфи-төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион бәйгеһе сиктәрендә бөгөн  билдәле шағир, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты Андрей Дементьев, Рәсәй телевидениеһы академияһы" фонды президенты Александ Акопов,  танылған алып барыусы, «Вид» телекомпанияһы  президенты  Александр Любимов менән осрашыуҙар үтә

Андрей Дементьев менән осрашыуҙа һүҙ  ижад, телерадио журналистика нескәлектәре хаҡында ла барҙы. Андрей Дмитриевичтың исеме халыҡҡа яҡшы таныш. Уның тыуған илгә, тәбиғәткә, халыҡҡа һөйөү менән һуғарылған шиғырҙарына йөҙҙәрсә йыр яҙылған.  Ижад емештәре тиҫтәләрсә телгә тәржемә ителгән. Башҡортсаға бер шиғырҙы билдәле йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова ауҙарған,уны осрашыуҙатележурналист Гөлназ Ишемғолова уҡып ишеттерҙе. Андрей Дементьев танылған журналист та, ике тиҫтә йылдан ашыу «Юность» журналында эшләй, баш мөхәррир була. Һәм был осорҙа тираж ике миллионға барып етә. Телевизор ҡараусыларға ул «Хәйерле кис, Мәскәү!», «Браво», «Ғаилә капиталы», «Йәкшәмбе осрашыуҙары» аша таныш. Андрей Дементьев осрашыуҙа йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе, сенсациялар артынан ҡыуып намыҫ төшөнсәһен юғалтмаҫҡа саҡырҙы.
«Рәсәй телевидениеһы академияһы» фонды президенты Александ Акопов сценарийҙар яҙыу серҙәре менән бүлешһә, билдәле тележурналист Александр Любимов үткәргән оҫталыҡ дәресендә һүҙ телекомпанияларҙы депрессиянан сығарыу хаҡында барҙы. Федераль каналмы, төбәктекеме мөһим түгел, үҙ эшенең оҫталарын йәлеп иткәндә, мауыҡтырғыс тапшырыуҙар әҙерләгәндә  канал гөрлөп эшләйәсәк, тине Александр Любимов. Ул шулай уҡ "Тэфи" конкурсының ижадсылар өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнарға  ярамай, тәжрибә бүлешеү, фекер алышыу мотлаҡ, тине ул.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика