Легендар шәхес онотолмай

Легендар шәхес онотолмай 19.02.2016

Дәүләт һәм хәрби эшмәкәр Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан бөгөн Башҡортостандың Милли музейында  түңәрәк өҫтәл үтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан уҙғарылған сара билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бергә йыйҙы. Түңәрәк өҫтәлдә Муса Мортазындың 125 һәм Башҡортостан мәғарифына 100 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында резолюция ҡабул ителде. Бынан тыш, шәхес рухына арнап  фильм төшөрөү, тыуған Учалы районында һәйкәл урынлаштырыу, 1921-1922 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты урынлашҡан бинаға таҡтаташ ҡуйыу кеүек мәсьәләләр күтәрелде. Шулай уҡ  Муса Лут улына арнап "Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәренең Граждандар һуғышында" тип исемләнгән китап сығарыу бурыусы ла ҡуйылды.
Муса Мортазин 1891 йылдың 20 февралендә Учалы районының Көсөк ауылында тыуған. 1911 йылда ауыл мәҙрәсен тамамлап хәрби хеҙмәткә алына. Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнаша. Ҡаты йәрәхәтләнеп, тыуған яғына дауаланырға ҡайтарылған егет Октябрь революцияһына эләгә - советтар, ҡыҙыл гвардия отрядтары ойоштороуҙа ҡатнаша. Граждандар һуғышы башланғас, Беренсе кавалерия полкына етәкселек итә. Ул осорҙа йәш совет илен формалаштырыуҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн комбриг званиеһы ала. Тик 1937 йылда Муса Мортазин ҡасандыр аҡтар яғында һуғышҡаны өсөн үлем язаһына тарттырыла. Халыҡ хәтеренә ул бер яуҙа ла еңелмәгән хәрби етәксе, өс орден кавалеры, публицист булараҡ инеп ҡалған. Сибай, Учалы ҡалаларында, Иҫке Сибай, Темәс ауылдарында Муса Мортазин исемен йөрөткән урамдар бар. Учалы районында премия булдырылған, Көсөк ауылында музей эшләй. Әлеге ваҡытта Муса Мортазинға бәйле архив документтар менән эш итеү дауам итә. Шәхестең тыуған көнө буйынса ла күп яҡлы фекерҙәр бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика