«Ләйсән»дәр йәнә баш ҡала тамашасыларын бейетте

«Ләйсән»дәр йәнә баш ҡала тамашасыларын бейетте 07.04.2016

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында данлыҡлы бейеү коллективының ярты быуатлыҡ ижади эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. 1964 йылда Учалы районында ойошторолған ансамбль бөгөн дә республика сәнғәте үҫешенә тос өлөш индереүен дауам итә.

Сәхнәлә «Ләйсән»дең үткәне менән бөгөнгөһө тоташты. Учалы районының «Байрамғол» совхозында ойошторолған бейеү коллективы ярты быуатлыҡ ижади эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, баш ҡала тамашасыларын тағы ла бер һоҡландырҙы. Илле ике йыл эсендә халыҡ бейеүҙәре ансамблендә меңгә яҡын солист сығыш яһап өлгөргән. Концертҡа биш быуын вәкилдәре бергә йыйылып, сағыу сығыштар әҙерләгән. «Ләйсән»гә тәүге аҙымдар яһарға иһә данлыҡлы балетмейстер Фәйзи Ғәскәров ярҙам итә.
«Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле республикаға ғына түгел, бар донъяға билдәле коллектив. Учалылар 80-се йылдарҙан алып Европа, Америка илдәрендә ойошторолған төрлө конкурс-фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһап, бихисап еңеүҙәргә ирешә.
Коллектив бөгөн дә Халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүҙәр яулауын дауам итә, репертуарҙы яңыртыу өҫтөндә даими эш алып бара. Шул уҡ ваҡытта ансамблдең «алтын фондына» ингән бейеүҙәр – «Беҙҙең байрам», «Зарифа» менән «Гөлнәзирә» лә халыҡ күңелендә лайыҡлы урын алған.  
«Ләйсән»дең киләсәге, ысынлап та, өмөтлө. Районда «Ирәмәл» балалар ижады үҙәге лә уңышлы эшләп килә. Уральскиҙа ойошторолған бейеү дәрестәренә күрше ауылдарҙан да теләп йөрөйҙәр. Малай-ҡыҙҙарҙың барыһы ла тиерлек тормошон сәнғәт менән бәйләргә уйлай.
Баш ҡалала ойошторолған бай йөкмәткеле концертта шулай уҡ Учалының «Йәйғор» фольклор төркөмө лә ситтә ҡалмаған.  Халыҡ ижадына һөйөү менән һуғарылған сығыштарҙы иң мөһиме  тамашасылар ҙа йылы ҡабул итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика