Конкурсҡа быйыл 40 заявка бирелә 10.10.2015

Улар араһынан иң яҡшы 23 коллектив һайлап алына. Рус халыҡ йолаларын сағылдырыусы художество ижадты тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, йәш башҡарыусыларҙы халыҡ ижадына, мәҙәниәткә һәм сәнғәткә йәлеп итеү фестивалдең төп маҡсаты булып тора.

Татьяна Вагина, Башҡортостан рустары соборы йәмәғәт ойошмаһының яуаплы сәркәтибе: «Былтыр ҡатнашырға теләүсе йәш коллективтар бик әҙ булды. Быйыл йәштәрҙең дә күплеге ҡыуандырҙы. Тимәк,  эшебеҙҙең һөҙөмтәһе бар. Фестивалдең статусын төбәк-ара кимәлгә күтәрергә теләйбеҙ. Бәлки, бер-ике йылдан ниәтебеҙ тормошҡа ашыр».
Cәхнәлә бер-бер артлы үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһай. Артистарҙың ихлас сығыштары тамашасыларға тыуған илебеҙҙең матурлығын күрергә, рус халҡы күңеленең киңлеген тойорға ярҙам итте.  
Елена Евдокимова, «Таусень» рус фольклор ансамбленең художество етәксеһе:
«Әҙерлек тырышлыҡ талап итте. Фестиваль «Рус йыры» тип аталһа ла, бейеүсе коллективтар ҙа сығыш яһаны. Һәм был дөрөҫтөр ҙә, сөнки, рус халыҡ йыры ла, бейеүе лә  һәр ваҡыт бергә! Ҡыҫҡаһы, бөгөн ысын мәғәнәһендә байрам булды».
Халыҡ күңеле йырҙа сағыла,- тип бушҡа әйтмәйҙәр. Халыҡ йырҙары беҙҙе ҡанатландыра ла, илһамландыра ла. Рус йырҙарын тыңларға, мәҙәниәте менән танышырға төрлө йәштәге тамашасы йыйылды.
Тамашасылар бер яҡтан концерт ҡарап кинәнһә, икенсе яҡтан фестиваль алдынан асылған халыҡ кәсептәре тауарҙары күргәҙмәһен ҡарап ҡыуанды. Балаговещен һәм Өфө ҡалаларының төрлө һөнәр оҫталарының ҡул эштәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Замандаштарҙың, айырыуса, йәштәрҙең халыҡ ижадын, ҡул эштәре серҙәрен онотмауы ҡыуандыра.



Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика