«Классик музыка марафоны» 04.09.2014

Бөгөн Салауат Юлаев майҙанында үткән күләмле сара шулай аталды. Проектта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры һәм хоры, Милли симфоник оркестр, республика музыканттары ҡатнашлығындағы юғары сәнғәт әҫәрҙәре өлгөләре яңғыраны.

Сихри моң иленә сәфәр. Чайковский, Штраус, Бетховен кеүек билдәле рус һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәре, операнан ария, романстарынан Салауат Юлаев майҙаны яңғырап тора. «Классик музыка марафоны» тип исемләнгән сараның үтәсәге хаҡында республика киң мәғлүмәт сараларында күп яҡтыртылыу сәбәпле, майҙанға халыҡ кемуҙарҙан ағылды. Тамашасылар һәр көйҙө күңеле аша үткәреп, әҫәрләнеп тыңланы. Араларында ҡушылып йырлаусылар ҙа, майҙан уртаһына бейеүгә төшөүселәр ҙә булды.
Балаларҙы һәм йәштәрҙе классика һәм юғары сәнғәт өлгөләре менән таныштырыу һәм  популярлаштырыу,  мәҙәнилек тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған проект Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры һәм хоры, Милли симфоник оркестры, республика музыканттары ҡатнашлығында уҙҙы.
Классик музыка Салауат Юлаев майҙанында сәғәт ярым дауамында барҙы. Шулай ҙа тамашаға килеүсе ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары урындағы композиторҙар әҫәрҙәренең яңғырамауы бер аҙ күңелде ҡырҙы, ти. Заһир Исмәғилевтың «Салауат» арияһы,  Хөсәйен Әхмәтовтың «Тыуған ауылым», Салауат Низаметдиновтың «Ҡара һыуҙар» операһы кеүек әҫәрҙәрҙән өҙөк тыңлау ҙа тамашаға тағы бер биҙәк өҫтәр ине, тигән фекерҙә ҡалды тамашаға килеүселәр.
Әйткәндәй, «Классик музыка марафоны»  8 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Сара Салауат Юлаев майҙанында киске сәғәт 7-лә башлана.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика