Кино донъяһында яңы һүҙ

Кино донъяһында яңы һүҙ 27.05.2015

Мәскәү кинематографтар союзының төп майҙанындағы ваҡиға ошо исем аҫтында үтте. Тамашасыларға «Манхеттен»фильмы күрһәтелде. Фильмдың авторы Өфөлә тыуып үҫкән  йәш режиссер Урал Сафин. Кинототаҫма «Улар һәм Вуди Аллен» спектакленә нигеҙләнеп ижад ителгән. Үҙ дәүерендә Вуди Аллендың «Манхеттен» фильмындағы ситуациялар фантазияһы  һәм этюдтарына ҡоролған спектакль, ваҡыт үтеү менән  драма әҫәре кимәленән сығып, үҙ эсенә хореография, акробатика һәм пантомимо элементтарын алған.  

Урал Сафин, режиссер: «Миңә сәхнә генә етмәне. Экранда бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ. Сәхнәлә күрһәтеп булмағанды экран аша тамашасы зауығына тап килерҙәй итеп күрһәтеү мөмкинлеге бар. Тик ҡыҙыҡлы тарих ҡына булһын».
Юрий Беленький, продюсер: «Башҡортостанлыларҙы талантлы ул үҫтереп биреүҙәре менән ҡотлайым. Ул һәләтле  һәм үҫә торған егет».
Урал Сафин билдәле актерҙар династияһынан, бөйөк актер  Арыҫлан Мөбәрәковтың бүләһе. Ул кино сәнғәтен һайлаған.
Салауат Мөбәрәков, Урал Сафиндың ағаһы: «Ул беҙҙең ғаилә традицияларын дауам итә. Был бик яҡшы. Ул йәш, көслө, дәртле һәм талантлы. Киноо сәнғәтендә һәм ғөмүмән сәнғәттә эшләүсе режиссер өсөн был бик мөһим».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика