Киләсәктә республикала Милли кейем байрамы, «Урал батыр тоҡомдары, яуызлыҡҡа юл ҡуймағыҙ!» исеме аҫтында проекттар тормошҡа ашырыласаҡ 26.12.2015

Ошо турала Республика Халыҡтар ассамблеяһы ултырышында фекер алышынды.  Башҡортостанда төрлө милләттәр татыу йәшәй,  туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән саралар уҙғарылып тора. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында   Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған «Башҡорт теле байрамы» ойошторолдо.

Туған телгә һөйөү бала саҡтан башлана.  Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында «Башҡорт теле байрамы» бара. Сарала баш ҡаланың төрлө мәғариф учреждениелары уҡыусылары ҡатнаша. Сара мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналды.  
Әйткәндәй, «Башҡорт теле байрамы» бығаса баш ҡалала уҙғарылғаны бар ине. Күренекле шәхестәрҙең туған көндәренә арналған ошондай саралар  киләсәктә даими үткәреләсәк. Халыҡтар ассамблеяһының  сираттағы ултырышында алдағы йылға бурыстар билдәләнде.
Республикала алты  милли телдә уҡытыу алып барыла. Өфө Халыҡ-ара уҙғарылған сараларҙың үҙәгенә әйләнде. Күптән түгел  Халыҡ ара Евразия форумы сиктәрендә  ғилми-ғәмәли конференциялар ойошторолдо.  Сарала белем биреү системаһында сит төбәктәр менән хеҙмәттәшлек юлдары ла ҡаралды.  Телде һаҡлау проблемаһы һәр халыҡ өсөн дә уртаҡ. Мәҫәлән, ҡаҙаҡтар Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән хеҙмәттәшлек итә, тәжрибә уртаҡлаша. Төрлө милләт вәкилдәре  Башҡортостанда  аралашып, дуҫ йәшәй.
Халыҡтар ассамблеяһы тормошҡа ашырасаҡ тағы бер үҙенсәлекле проект – «Урал -батыр тоҡомдары, яуызлыҡҡа юл ҡуймағыҙ», тип атала. Үткәнде киләсәккә бәйләүсе рухи берҙәмлек, милләт-ара дуҫлыҡ- ил киләсәгенең ныҡлы нигеҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика