Киләсәк быуында әҙәбиәт һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү 22.05.2015

Әбйәлил районының Амангилде ауылы урта мәктәбе уҡыусылары күренекле яҡташтары менән осрашты.

Сараға саҡырылған ҡунаҡтарҙың барыһы ла, ҡасандыр ошо мәктәптә белем алған. Осрашыуҙа ҡәләм һәм тел оҫталары шиғырҙарын һөйләне, фәһемле фекерҙәре, кәңәштәре менән уртаҡлашты. Балалар яуап итеп яҡташтары ижад иткән шиғыр-мөнәжәттәрҙе яттан һөйләне, ҙур булмаған концерт программаһын да әҙерләп күрһәтте. Мәҙәни сара һуңында шағир, тәржемәсе, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Әсхәл Әхмәт-Хужа мәктәптең өс уҡыусыһына үҙ стипендияларын тапшырҙы. Был матур йола 2007 йылдан алып уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмаған балаларға бирелеп килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика