Хыяллан, йәшә, ижад ит!

Хыяллан, йәшә, ижад ит! 07.11.2014

Бөгөн баш ҡалала шәкәр диабеты менән сирле балалар һәм үҫмерҙәр араһында үткән төбәк-ара фестивалгә йомғаҡ яһалды. Сара шәкәр сиренә дусар булған мәктәп уҡыусыларының ижади һәм спорт һәләтен асыуға, уларҙы йәмғиәткә яраҡлашыуға өйрәтеүгә йүнәлтелгән.

Фестивалдә Волга буйы федераль округы балалары ҡатнашты. Улар өсөн төрлө конкурстар ойошторолдо. Дисциплиналар араһында ҡаяға үрмәләү, эстафеталар, оҫталыҡ дәрестәре, спектаклдәр һәм лекциялар ҙа бар ине. Фестивалдең Гала-концертында 6 балаға инсулин помпаһы алыу өсөн гранттар тапшырылды. Фестивалдең ойоштороусылары булып Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары сығыш яһаны.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика