«Хыялға ҡаршы» 11.03.2016

Журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты  Айгиз Баймөхәмәтовтың исеме гәзит уҡыусыларға ғына түгел, әҙәбиәт һөйөүселәргә лә яҡшы таныш. Сермән балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе урта синыфта уҡығанда үкһеҙ етем тороп ҡала. Яҙмыш иркәләмәһә лә, Айгиз Баймөхәмәтов үҙенә осраған барлыҡ кәртәләрҙе еңеп сыға. Үҙе һәм тиҫтерҙәре башынан үткәндәрҙе «Ҡалдырма, әсәй!» исемле  повесть итеп баҫтыра.

«Ҡалдырма, әсәй!» повесы йәш үҫмерҙең тормошон сағылдыра. Автобиографик характерҙағы әҫәрҙең төп геройы - Ильяс исемле малай. Уның эске кисерештәре, ғаиләләге иң яҡын кешеләрен юғалтыуы, балалар йортонда күргәндәре - киң ҡатлам уҡыусыларын тетрәндерҙе. Айгиз Баймөхәмәтов башҡалар тотонорға йөръәт итмәгән ауыр шаршауҙы, балалар йортонда үҙе һәм тиҫтерҙәре кисергән рәхимһеҙ биттәрҙе асты. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның повесы буйынса. «Хыялға ҡаршы» пьесаһы сәхнәләштереләсәк.
Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнештә. Авторҙың ун меңдән ашыу тираж менән сыҡҡан китабы башҡорт, сыуаш, рус телдәрендә нәшер ителгән. Үҙ уҡыусылары менән ул егермеләп районда осрашыуҙар үткәргән. Йәш авторҙы хәҙерге тормошта балалар йорттары икенсе Бөтә донъя һуғышы дәүерендәгенән дә күберәк булыуы борсолдора. Уның әҫәрен сәхнәләштереүсе режиссер ҙа социаль темаға тотоноу яуаплы ла, ҡатмарлы ла икәнен яҡшы аңлай.
Балалар йортонда  тәрбәләнеүселәрҙең 10 проценты тормошта юғалып ҡалмай, үҙ һөнәрен таба, ныҡлы оя ҡора. Йәш яҙыусының  үҙ уҡыусыһына һәм тамашасыһына теләктәрен  режиссер аңлап эш итә: балалар донъяһы гәлсәр кеүек ыуалырға ғына тора, сабый күңеле менән һаҡ эш итергә кәрәклеге хаҡында иҫкәртә. Йәш яҙыусының автобиографик әҫәренә нигеҙләнеп ҡуйылған спектаклдең премьераһы 17-18 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика