Хуш, сомбреро, ҡаршы ал ҡурай иле! 08.08.2016

Бөгөн Мексикала Бөтә Донъя фольклориада фестивален ябыу тантанаһы үтте. Аҙна дауамында барған байрам, халыҡтар парады һәм ҙур концерт программаһы менән тамамланды. Сара сиктәрендә Бөтә Донъя фольклориадаһы флагы Башҡортостанға тапшырылды. Республика Сәнғәт Олимпиадаһын 2020 йылда ҡабул итә.

Мексиканың Сакатекас штаты сәхнәһендә легендар "Ете ҡыҙ" бейеүе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының нәзәкәтлеген, камиллығын асып һалған бейеү композицияһы Төньяҡ Америка халҡын да таң ҡалдырҙы. Сит милләт вәкилдәренең һөйөүен интернет киңлектәрендә "Ете ҡыҙ" бейеүен данлаған  тиҫтәләрсә яҙмаларға, көслө алҡыштарға ҡарап та билдәләп була.

Бишенсе тапҡыр уҙғарылған Бөтә Донъя фольклориадаһында Рәсәй, Башҡортостан намыҫын яҡлап Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө сығыш яһаны. Ижади коллектив солистары сәнғәт Олимпиадаһы көндәлеге менән интернет ҡулланыусыларҙы таныштыра барҙы. Алыҫ илдә яҡташтарыбыҙ йыр-бейеү менән генә сикләнмәне.

Башҡортостан илселәре урындағы халыҡты һәм хатта  ҡоштарҙы ла башҡортса һөйләшергә өйрәтте.

Яҡташтарыбыҙ башҡорт мәҙәниәтен бөтә донъя халыҡтары алдында танытып ҡына ҡалманы, Башҡортостанды дүрт йылдан һуң сәнғәт Олимпиадаһын ҡаршы алырҙай  лайыҡлы төйәк итеп күрһәтте. Йәнә  интернет селтәрендәге күп һанлы яҙмаларға күҙ һалайыҡ.  Уларҙың береһендә Сакатекас штаты губернаторы Мигель Алонсо ҡурай моңдарынан, башҡорт бейеүҙәренән таң ҡалыуын белдергән. Губернатор башҡорт көйөнә бейергә лә төшөп киткән. 5-се Фольклориада фестивале ҙур Гала-концерт менән тамамланды. Сара һуңында Башҡортостанға Бөтә Донъя фольклориада флагы тапшырылды. Шулай итеп, дүрт йылдан һуң киләһе Сәнғәт Олимпиадаһын ҡурай иле ҡаршы аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика