Хуш бул, Әҙәбиәт йылы, һаумы Рәсәй киноһы!

Хуш бул, Әҙәбиәт йылы, һаумы Рәсәй киноһы! 17.12.2015

Өфөлә  Әҙәбиәт йылын оҙатыу тантанаһы үтте. Сараға ғали йәнәптәре-китап һөйөүселәр һәм уны ижад итеүселәр йыйылды.

Кондуктор урынына шағир, билет урынына ҡулдан-ҡулға китаптар күсеп йөрөй. Баш ҡала урамдарында йөрөй башлаған сағыу троллейбус бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Баҡтиһәң, ҡала транспорты пассажирҙарҙы әҙәбиәт донъяһына алып йөрөй.  Унда инеүселәр  башҡорт, рус классикаһы, гәзит-журналдар алып уҡый ала. Юл арауығы һиҙелмәй ҙә, өҫтәүенә файҙалы үтә.
«Уҡыусы троллейбус» Әҙәбиәт йылы сиктәрендә уҙғарылған сараларҙың береһе генә. Библиотөн, афтографтар көнө һәм башҡа ваҡиғалар... Уларҙың иң күләмлеһе тотош республиканы урап үткән «Әҙәби нағыш» марафоны.
Яҙыусыларҙың райондарға сығып үҙ уҡыусылары менән күҙгә-күҙ ҡарап осрашыуҙары ла Әҙәбиәт йылының иҫтәлекле сараһына әүрелде. Йәнле әңгәмәләр ҡороу әҙәбиәтселәр һәм уны һөйөүселәр өсөн дә әһәмиәтле. Йәмғиәт менән бер ҡараштан булғанда ғына заманса әҫәрҙәр, уҡымлы китаптар тыуа, ти яҙыусылар.
Әҙәбиәт һәм әҙәп бер тамырҙан.  Ул кешене тәрбиәләүсе, инандырыусы, дөрөҫ юлға баҫтырыусы ла. Шуға күрә йәш быуынды тәрбиәләүҙә Әҙәбиәт йылының әһәмиәте юғары.
Әҙәбиәт йылының  төп маҡсаты халыҡта китапҡа, һүҙ ҡөҙрәтенә, телгә һәм мәҙәниәткә  һөйөү уятыу. Һәм был ниәттәр тормошҡа ашты, ти яҙыусылар.
Әҙәбиәт йылын ябыу тантанаһында айырыуса уңышҡа өлгәшкән яҙыусылар, ҡәләм оҫталары билдәләнде. Уларға маҡтаулы исемдәр, наградалар тапшырылды. Шулай ҙа иң бөйөк бүләк - ул  уҡыусы.  Әгәр беҙҙең уҡыусылар бер нисәүгә булһа ла артһа, «Әҙәбиәт йылы» уңышлы үтте , тип әйтә алабыҙ, ти яҙыусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика