Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Мөбәрәкованың ижады һәм тормош юлына арналған альбом-китаптың исем туйы үтте 05.03.2015

Ойоштороусылар сараны Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнаны. Гөлли Мөбәрәкова күптән инде сәхнәлә лә, тормошта ла ҡатын-ҡыҙ матурлығының символына әүерелгән шәхес. Театр сәхнәһендә ул төрлө хисле, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ образдары менән тамашасы күңеленә юл яра. Яңы китапта актриса ижадының иң сағыу биттәре хаҡындағы хәтирәләр, замандаштары, театр тәнҡитселәре һәм тамашасыларҙың фекерҙәре урын алған.  

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы ниһәйәт үҙенең бай тормош юлын, ижади ҡомарын бер китап итеп туплау кимәленә килеп еткән. Уның ижады-баш әйләндерерлек уңыштары ла,тамашасы һөйөүен дә, йән өшөтөрлөк яңғыҙлыҡ хисен дә үҙ эсенә ала.Сәнғәт тигән оло даръя уға йән тыныслығы, үҙ -үҙе менән килешеп йәшәү, һайлаған һөнәренән уңыу  кеүек бәхетле мәлдәр бүләк иткән .Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала ойошторолған сара талантлы актриса,тәжрибәле сәхнә оҫтаһының эскерһеҙ, ихлас, киң ҡоласлы шәхес икәнлеген күһәтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика