«Хазина»ға 25 йыл 05.03.2016

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иң бай тарихлы, халыҡсан тапшырыуҙарының береһе сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә.  

«Хазина» тапшырыуы Башҡортостан телевидениеһында 1991 йылдан алып эфирға сыға. Унда халыҡ таланттары - музыканттар, йырсылар, бейеүселәр - башҡорт халҡының рухи хазинаһын һаҡлаусылар ҡатнаша.
Программала күрһәтелгән фольклор материалдары тәүге сығанаҡтарҙан йыйып алынған, йәки «Хазина» тапшырыуы халыҡ сәнғәте мәктәбе булып та  тора. Тапшырыуҙы Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов әҙерләй һәм алып бара. Фольлор хазинаһы эҙләп автор,  Башҡортостандың төрлө төбәктәренә, милләттәштәребеҙ күпләп төпләнгән күрше  өлкәләргә  һәм сит илдәргә лә сығырға тура килә. Австрияның баш ҡалаһы  Венала  Юлай Ғәйнетдинов башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, яугир һәм ғалим Ғәлимйән Тағандың архивтарына юлыға. Күренекле ғалимдың башҡа һыҙаттарын да асыҡлай.
Хазина күптән инде телевизион тапшырыу сиген ашып, халҡыбыҙҙың рухи йылъяҙмаһына әйләнгән. Унда күрһәтелгән ижад өлгөләренең ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Глобалләшеү күренештәре киҫкенләшкән осорҙа, халыҡ ижады гәүһәрҙәрен табыу, һаҡлау һәм  киләһе быуындарға еткереү көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә бара. Хазина тапшырыуын әҙерләүселәр проблеманың асылын күреп, 25 йыл тынғыһыҙ эшмәкәрлек алып бара. Эфирға 300-ҙән ашыу тапшырыу сығарылған. Улар барыһы ла әле Башҡортостан телевидениеһын  алтын фондына индерелгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика