“Хан ҡыҙы” ил тамашасыһының һөйөүен яулай

“Хан ҡыҙы” ил тамашасыһының һөйөүен яулай 17.09.2016

Яҡташыбыҙ Нәркәс Юлдашева «ТНТ» каналындағы «Танцы» проектының кастингында башҡорт халыҡ бейеүен башҡарып, киләһе этапҡа үтте.

Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев ҡыҙы Нәркәс менән бергә сәхнәгә тәүгә сыҡмай. Ҡурай моңына һалынған «Хан ҡыҙы» бейеүен дә Ҡазанда йылы ҡабул иттеләр. Рәсәйҙең күләмле телепроекттарының береһендә ойошторолған кастингта уңышлы сығыш яһап, жюри ағзаларын хәрәкәттәр талғынлығы менән арбаған гүзәл зат хәҙер киләһе этап конкурсанты. Әйткәндәй, күләмле бәйгегә ҡыҙҙы әсәһе Гүзәл Исламғолова әҙерләгән. Көнө-төнө буйы барған репетициялар бушҡа үтмәне,- тип һөйөнә ул хәҙер.
Күләмле бейеү телепроектын яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева алып бара. Ул тапшырыу башында уҡ Роберт Юлдашев башҡарыуында ҡурай моңон ишетергә теләне. Асыҡланыуынса, уның әсәһе лә милли музыка ҡоралында уйнаған. Яҡташыбыҙ Нәркәс менән дә башҡортса ихлас аралашып алған.
Әлегә Нәркәс Өфөнөң урта махсус музыка колледжында 11-се синыфта белем ала, әсәһе етәкләгән башҡорт бейеүе студияһында шөғөлләнә.  Проекттың киләһе этаптарында ла һынатмаҫҡа уйлай ул. Ни тиһәң дә, «Хан ҡыҙы»н оҫта башҡарған ҡыҙ заманса бейеү стилдәрен дә үҙ итә.
Нәркәс Юлдашева күләмле бәйгеләрҙә ҡатнашып сынығып бөткән. Былтыр «Байыҡ» телевизион конкурсында ла Гран-при алып ҡыуанғайны. Талантлы ҡыҙ артабан да тормошон сәнғәт менән бәйләргә, сәхнәләрҙе дер һелкетергә ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика