Халыҡ йырсыһы - халҡы хәтерендә

Халыҡ йырсыһы - халҡы хәтерендә 23.04.2016

Иглин районында башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың  Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге республика конкурсы үтте. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән дүрт тиҫтәнән ашыу профессиональ һәм үҙешмәкәр сәхнә оҫтаһы үҙ көсөн һынап ҡараны.  Конкурсанттарҙың  ижади һәләтен билдәле сәнғәт әһелдәренә тупланған жюри ағзалары баһаланы.

Өфө дәүләт сәнғәт институтынан Рәүеф Иҫәнсурин конкурста икенсе тапҡыр ҡатнаша. Йәш йырсы был юлы абруйлы бәйгегә ныҡлы әҙерләнеп килгән, сөнки Мәғфүр Хисмәтуллин исемендәге конкурс көслө ҡатнашыусылары менән айырлып тора,  юғары башҡарыу оҫталыҡ булмай тороп еңеүгә өмөт итеп булмай.
Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге конкурс  2001 йылдан ойошторола. Тәүҙә мәшһүр йырсының тыуған ауылы Иҫке Ҡобауҙа,  һуңынан Иглин районы кимәленә сыға, ә алты йыл элек республика  бәйгеһе итеп үҙгәртелә. Был ижади сарала профессиональ йырсылар менән бергә  үҙешмәкәр сәхнә оҫталары ла һынау тота. Йәш сикләнмәгән, иң мөһиме еренә еткереп йырлай белеү. Әммә жюри ағзалары  әйтеүенсә,  бөгөнгө йыр сәнғәтендә Мәғәфүр Хисмәтуллиндың кимәленә күтәрелеүселәр юҡ тиерлек. Бөйөк йырсы әле лә  юғары башҡарыу оҫталығы өлгөһө булып ҡала.
Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡорт опера сәнәғәтенә нигеҙ һалыусы, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы, билдәле режиссер, абруйлы педагог.  Тап ул күп композиторҙарҙың әҫәрҙәрен беренсе булып башҡара. Яҡташтары  Мәғәфүр Хисмәтуллиндың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай, тыуған ауылындағы мәктәп йырсының исемен йөрөтә,  бюст урынлаштырлған. Конкурсҡа йыйылыусылар унда  сәскә гөлләмәләре һалды, сәхнә оҫтаһын иҫкә алды.
Конкурс бик көсөргәнешле барҙы, әммә бәйге булғас еңеүселәр ҙә  билдәләнде.  Гран-приҙы бөйөк йырсының яҡташы Иглин егете Фәһим Тоҡомбәтов менән танылған йәш йырсы Рәдиф Зарипов яуланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика