Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә республиканың төп телеканалында «Башҡортостандың 100 шәхесе» проекты старт алды 04.11.2016

Күләмле сара тормошо һәм ижады төбәктең барлыҡҡа килеү тарихы һәм үҫешенә бәйле булған әһәмиәтле кешеләрҙе һайлауға йүнәлтелгән.

Проект республиканың 100 йыллығына арнала һәм 2019 йылға тиклем бер нисә этапта ғәмәлгә ашырыласаҡ. Быйыл данлыҡлы шәхестәрҙең исемлеге асыҡланасаҡ. Бының өсөн 1 декабргә тиклем һәр кем үҙе төҙөгән исемлек һәм тәҡдимдәрен Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайтындағы  анкетаға яҙа ала. 5 декабрҙә махсус комиссия тәҡдим ителгән кандидаттар араһынан 150 кешене һайлап ала. Артабан интернет-тауыш биреү юлы менән «Башҡортостандың 100 шәхесе» иғлан ителәсәк. Киләһе йылдарҙа һайланған тарихи шәхстәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында фильмдар төшөрөлөп күрһәтеләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика