Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 97 йыл 20.10.2016

Бай ижады менән Башҡортостанды бөтә донъяға танытыусы әҙип, проза оҫтаһы, драматургты иҫкә алып бөгөн байрам ойошторолдо. Бөйөк яҙыусы йәшәгән йортта урынлашҡан барельефҡа сәскәләр һалынды, Башҡорт дәүләт университетында шәхестең ижадын өйрәнеүсе студенттарға һәм аспиранттарға Мостай Кәрим исемендәге гранттар тапшырылды. Профсоюздар йорто алдындағы Мостай Кәрим исемендәге скверҙа Өфөнөң Почетлы гражданинын хөрмәтләү һәм иҫкә алыу саралары үтте.

Социалистик хеҙмәт Геройы, Өфөнөң почетлы гражданины  Мостай Кәрим йәшәгән йорт алды йәштәр, әҙиптең ижадын өйрәнеүсе, үҙ итеүсе әҙәбиәтселәр, сәнғәт эшмәкәрҙәре менән тулы. Башҡортостанды бөтә ҡитғаларға данлаусы һүҙ оҫтаһы хаҡында иҫтәлектәр яңғырай, уның шиғырҙары ятҡа һөйләнелә
Уның бай ижадын яратыусы һәм өйрәнеүсе уҡыусылары, балалары һәм киң йәмәғәтселек бөгөн бөйөк яҙыусыны һағынып иҫкә ала. Ул йәшәгән йортҡа урынлаштырылған барельефҡа сәскә гөлләмәләре - аҡыл эйәһе, аҡһаҡалыбыҙға сикһеҙ һөйөү һәм хөрмәт билдәһе.
Башҡорт дәүләт университетында бөтә донъяға билдәле шәхестең ижадын өйрәнеүсе студенттарға һәм апиранттарға Мостай Кәрим фонды гранттары тапшырылды. Икенсе курс студенты Рөстәм Сәйфи уның шиғырҙарын фарсы теленә тәржемә иткән. Шиғырҙары биш мең дана тираж менән Тегеранда баҫтырылған. Гөлдәниә Һағынбаева менән Зарина Нәзирова ғилми эштәрен Мостай Кәрим ижадына арнаған. Мәртәбәле грантҡа эйә булыусылар киләсәктә лә фәнни эҙләнеүҙәрен Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады менән бәйләргә ниәтләй.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында драматургтың әҫәрҙәре сәхнәләштерелә, режиссер Илдар Ғиләжев тарафынан махсус спектакль-концерт әҙерләнгән. Театрҙа шулай уҡ әҙип ижадын һәм тормошон яҡтыртыусы күргәҙмә ойошторолған.
Профсоюздар йорто алдында халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге скверҙа башҡорт әҙәбиәтен донъя күләмендә танытыусы шәхес, шағир һәм драматург, йәмәғәт эшмәкәрен иҫкә алыу тантаналы шарттарҙа үтте.  Шағир һәйкәле алдында билдәле аристар, ижадын өйрәнеүсе йәштәр сығыш яһаны.
Тележурналист Шәүрә Ғилманова Мостай Кәрим ижадын ҡырҡ йыл дауамында өйрәнә. Төшөрөлгән фильмдар, сығыштар хронологияһын булдырып Рәсәйҙә беренсе библиографик белешмә баҫтыра.
Мостай Кәрим йөҙҙән ашыу шиғыр һәм проза авторы. Уның юғары фәлсәфәгә ҡоролған ижады Ватаныбыҙға ҡарата оло һөйөү менән һуғарылған. Шағир һәр кем өсөн үҙ туғанылай яҡын кеше. Халыҡ уны юғары әҙәби оҫталығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.
Ҡайғы төҫө ҡара, ҡап-ҡара,
Ҡап-ҡара сәс шунан ағара,
Әгәр ҡайғы күрһәң бер үҙең,
Ах, сал баҫҡан тимә Ер йөҙөн.
Тәрән йөкмәткеле, фәлсәфәүи был юлдар халыҡ шағиры Мостай Кәримдән. Ул миллионлаған кешеләрҙең яратҡан шағиры булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика