Халыҡ сәсәне исеме Илһам Байбулдинға бирелде

Халыҡ сәсәне исеме Илһам Байбулдинға бирелде 24.10.2016

Бер нисә сәғәт элек Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр һәм аҡындар бәйгеһе тамамланды. Ике көн дауамында барған бәйгегә донъяның төрлө тарафтарынан 60-тан ашыу һүҙ оҫтаһы йыйылғайны. Һәр бер ҡатнашыусы нәфис һүҙ оҫталығында көс һынашты. Халыҡ сәсәне исемен Ғафури районынан Илһам Байбулдин яуланы. Замандашыбыҙ күптәргә «Сал Урал» этно-төркөмө буйынса таныш.

Майҙанда Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, Ҡаҙағстан, Дағстан, Ҡырғыстан, Тыва, Яҡут-Саха, Хакас, Алтай республикаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән һәм башҡа төбәктәрҙән килгән һүҙ оҫталары бәйге тотто. Конкурсанттар төрлө телдә һөйләшһәләр ҙә, сығыштарында оҡшаш һүҙҙәр бар, уларҙың барыһын да моңға, туған телгә һөйөү берләштерҙе.  
Беҙҙең республика исеменән Өфө, Ишембай, Сибай ҡалалары, Бөрйән, Салауат, Әбйәлил, Хәйбулла һәм башҡа райондарҙан килгән бәйгеселәр сығыш яһаны. Фестиваль сәсәнлекте тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу буйынса ҙур роль уйнауын билдәләй, белгестәр.  
Бөтә Рәсәй сәсәндәр һәм аҡындар фестивале баш ҡалабыҙҙа ҙур, матур байрамғаәйләнде. Сара «Бөтә донъя фольклориадаһын» үткәреүгә әҙерлек тә булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика