Халыҡ күңеленә рухи орлоҡ

Халыҡ күңеленә рухи орлоҡ 22.10.2015

Хәйбулла районы үҙәгендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллинаның ижад кисәһе үтте. Байрамға йыйылыусылар халыҡ оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.

Күренекле сәсәниә Асия Ғәйнуллина милли костюм элементтарына һаҡсыл ҡарашта. Башҡорт орнаменттарын ҡулланыу, уларҙы дөрөҫ урынлаштырыу тәртибен был юлы ул Хәйбулла районы халҡына төшөндөрҙө. Оҫталыҡ дәрестәренең тап Аҡъярҙа үтеүе лә осраҡлы түгел. Ҡарһүҙ оҫтаһы 2000-се йылдар башында был төбәктә тәүгеләрҙән булып республикала сәсәндәр мәктәбен аса. Һәм ул әле лә берҙән-бер һанала. Башҡорт халыҡ ижады ынйыларын йәш быуынға өйрәтеү, уны һаҡлау, халыҡ-ара кимәлгә күтәрә. Әлеге ваҡытта Асия Солтан ҡыҙы Сибай халыҡ ижады үҙәгенең ағинәйҙәр ҡоро һәм «Ете ҡыҙ» матурлыҡ студияһы етәксеһе.
Сибай ағинәйҙәре менән берлектә хәйбуллалар кейеҙ баҫыу серҙәрен дә өйрәнде. Ситтән ҡарап, күҙәтеп кенә ҡалмай, эш процессында ҡатнашты. Әйткәндәй, оҫталыҡ дәресенә бер кем дә махсус саҡырылманы, һәр кем үҙ теләге менән килгән.
Тимәк, онотолған боронғо кәсеп ҡабат тергеҙеләсәк тип ышанғы килә. Бындай оҫталыҡ дәрестәре һуңғыһы булмаясаҡ, ти сәсәниә Асия Ғәйнуллина. Киләһе осрашыуҙа уларҙың ниәте ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәнеү әйберҙәрен өйрәнеү, хәситә, арҡыры яғаны эшләп ҡарау.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика