Халыҡ-ара һаңғырауҙар көнө уңайынан ишетеү һәләте буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр проблемаларына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү өсөн Бөтә Рәсәй буйынса «Ишет мине» тип аталған фильмдың бушлай сеанстары ойошторолдо

Халыҡ-ара һаңғырауҙар көнө уңайынан ишетеү һәләте буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр проблемаларына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү өсөн Бөтә Рәсәй буйынса «Ишет мине» тип аталған фильмдың бушлай сеанстары ойошторолдо 27.09.2016

Өфөлә социаль акция «Родина» кинотеатрында үтте. Сәғәт ярым дауам итеүсе кино тамашасыны тынһыҙ донъя менән таныштырырға тейеш ти проект авторҙары. Беҙ һеҙҙән бер нәмә менән дә айырылмайбыҙ, бары тик тауышығыҙҙы ишетә алмайбыҙ тип мөрәжәғәт итә кешеләргә фильм геройҙары. Картинала һаңғырауҙар, башҡа донъя менән аралаша алмағанға ла йәмғиәт уларҙы ҡабул итеп бармай тигән проблема күтәрелә.

Шуға ла  ишетеү һәләтенән мәхрүм булыусылар эшкә урынлаша алмай, ғаилә ҡороу ҙа улар өсөн еңелдән түгел. Проект авторҙары киноны киң тамашасыға  күрһәтергә иҫәп тота. Сеанстар ҡайҙа һәм ҡасан буласағы тураһындағы мәғлүмәтте /услышьменя.рф/  сайтында табырға мөмкин.
Геннадий Шаталов, Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлеге рәйесе: «Ишара телен белеүсе тәржемәсе булған ойошмалар һаңғырауҙарҙы эшкә ала, ләкин ундайҙар бик әҙ. Бынан тыш, махсус мәктәптәрҙең бөтәһендә лә ишетмәгән балаларҙы еренә еткереп уҡытмайҙар. Шуға ла тәү сиратта беҙгә закон яғынан яҡлау етмәй тип әйтер инем. Икенсенән, йәмғиәт беҙҙе ҡабул итеп бармай, беҙҙе аңламай. Был фильм һаңғырауҙарға ҡарашты үҙгәртер тип өмөтләнәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика