Халҡының тарихын, милләтенең үткәнен белгәндең киләсәге өмөтлө 15.06.2015

Баймаҡ районында уҙғарылған Беренсе башҡорт этнофорумына республиканың алдынғы ҡарашлы йәштәре йыйылды. Улар өсөн төрлө лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар ойошторолдо.

Егеттәр дәртле, рухлы йырҙары менән  республика, Силәбе өлкәһе йәштәрен сәләмләй. Тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар, «Халҡым, телем, ерем, илем» тип янып-көйөүселәр «Беренсе башҡорт этнофорумы»на йыйылды. Мәғариф сараһында ҡатнашыу бәхете йөҙҙән ашыу кешегә эләккән. Улар өсөн милләттең үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге хаҡында ҡыҙыҡлы лекциялар ойошторолдо. Дәрестәрҙе Башҡортостандың билдәле тарихсылары, журналистары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре алып барҙы.
Роберт Дәүләтшин, беренсе башҡорт этнофорумын ойоштороусы: «Был форумдың төп маҡсаты йәштәр менән ололар араһын нығытыу, йәштәр берлектәре араһын камиллаштырыу һәм дә киләсәккә ҡарата уларҙың үҙаңы үҫешенә яҡшы юлдар табыу».
Сара юҡҡа ғына Баймаҡ районында ойошторолманы. «Ирәндек» этнокомплексында милләттең үткәне сағылыш тапҡан. Йәштәр сағыу тирмәләр, башҡорт тоҡомло аттар менән яҡындан танышты. Һыбай йөрөү, ҡымыҙ бешеү, ҡурайҙа уйнау серҙәренә төшөндө. Бигерәк тә, ҡыҙҙар һәм егеттәр сәсән телле ағинәй Хәҙисә Арғынбаева менән осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды.
Йәштәр тирмә янында башҡорт халҡының бай тарихлы көнкүреш, биҙәүес әйберҙәре менән танышты. Милли аш-һыу әҙерләргә өйрәнде.
Милли кейемдәр, яҫтыҡ-юрғандар, һуғылған балаҫтар... Тирмәнең эске биҙәлеше хайран ҡалырлыҡ. Йәш ҡыҙҙарҙың күбеһе милли костюмдар тегеү менән шөғөлләнә икән. Замана башҡорто имиджын булдырыу өҫтөндә лә эшләйҙәр. Был хаҡта этнофорумда ла һүҙ барҙы. Алдынғы ҡарашлы йәштәр «киләсәк башҡорто»н күҙ алдына килтерҙе. Йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу - һәр кемдең бурысы. Ә был, тәү сиратта,  киләсәк быуынды дөрөҫ тәрбиәләүҙән килә. Бәләкәй тыуған илгә һөйөү уятыуҙа, сәләмәт тормош алып барыуға, белемгә, яңылыҡҡа ынтылыуға төп этәргесте, әлбиттә, урындағы матбуғат саралары бирә.
Дилара Ғиниәтуллина, Силәбе өлкәһенең башҡорт йәштәре союзы вәкиле: «Беҙҙә тик «Уралым» гәзите баҫылып сыға. Башҡортостан матбуғат сараларына һыуһағанбыҙ».
Этнофорумда эшҡыуарлыҡ, шәхси үҫеш буйынса тренингтар ҙа ойошторолдо. Тирмә ҡороу, әсәлек буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Ғөмүмән, Беренсе Башҡорт этнофорумы «Селигер», «Иволга» кеүек сараларҙы хәтерләтте. Бер нисә көн палаткаларҙа йәшәү, төрлө өлкәләр буйынса яңы белем алыу йәштәрҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Бигерәк тә, һауа торошо ҡыуандырҙы. Дәрестәрҙән һуң берәүҙәр атта һыбай йөрөһә, икенселәр йылғала һыу инде. Шулай уҡ ҡул көрәше, уҡтан атыу буйынса бәйгеләрҙә барыһы ла теләп ҡатнашты.
Өс көн дауам иткән этнофорум башҡорт йәштәрен берләштерҙе. Ҡыҙҙар һәм егеттәр фәһем дә алды, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял да итте. Әйткәндәй, был сара киләһе йылда ла ойошторолосаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика