Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырыла килгән бай хазинаһы - ауыҙ-тел ижады өлгөләре байтаҡ 19.10.2016

Улар араһында һоҡланғыс йөкмәткеле «Урал батыр» эпосы айырым урын биләй. Был әҫәр башҡорт халҡының асылы, тарихы, мәҙәниәте һәм ғөрөф- ғәҙәттәре тураһында ғына түгел, дөйөм кешелек өсөн мөһим булған йәшәү мәғәнәһе, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр хаҡында. Шуға күрәлер ҙә борондан килгән оло мираҫыбыҙ ошо көнгәсә йөрәге булғандарҙың күңелен тетрәндерә, илһамландыра, яңы асыштарға, ижадҡа әйҙәй.

Сибай ҡалаһында йәшәүсе билдәле скульптор Хәйҙәр Ғарипов та «Урал батыр» эпосына битараф түгел. Ул был темаға  студент сағында уҡ тотона. Әле ул йәшлек йылдарындағы хыялын тормошҡа ашырыу, йәғни һәйкәл ҡойоу ниәте менән яна.
Хәйҙәр Ғариповтың бик күп эштәре бөгөн Сибайҙы биҙәй. Билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, әҙиптәребеҙ Рәми Ғарипов, Зәйнәп Биишеева, Һәҙиә Дәүләтшина, Мөхәмәтша Буранғолов, Советтар Союзы геройы Федор Белов бюстары, Халыҡтар дуҫлығына арналған һәйкәл - былар барыһы ла ҡаланы күркәмләндәреп, уны иҫтәлекле итә. Бынан тыш, уның эштәре Баймаҡ һәм Учалы райондарында ла күп.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика