Хәйриә акцияһы 05.12.2016

Өфөлә үҙенсәлекле йәрминкә үтте. Һатыуға ҡуйылған бөтә әйберҙәрҙе лә ҡаланың сәнғәт мәктәбе шөғөлләнеүселәре үҙ ҡулдары менән эшләгән. Мәрхәмәтле сара сиктәрендә теләгән һәр кем шартлы хаҡҡа яңы йыл сувенирҙары һатып ала алды.

Һатыуҙан килгән аҡса Республика балалар клиник дауаханаһының урология бүлеге пациенттарына ебәрелә. Туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылған хәйриә акцияһы былтыр йөҙ мең һумға яҡын аҡса йыйып, мохтаждарға тапшырған. Йәрминкәнән һуң балалар өлкәндәргә сағыу тамаша күрһәтте. Сәхнәлә төрлө халыҡтарҙың милли йыр-бейеүҙәре башҡарылды.
Эльвира Ғиндуллина, Өфө балалар сәнғәт мәктәбе директоры: «Беҙ үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө күрһәтергә тейешбеҙ. Бындай акциялар, балалар бәләкәй саҡтан ярҙамсыл, мәрхәмәтле булып үҫһен өсөн  уҙғарыла ла инде. Сарала балаларҙың һәм  ата-әсәләрҙең йылдан-йыл әүҙем ҡатнашыуы һөйөндөрә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика