«Хәйбулланың көмөш ынйылары»

«Хәйбулланың көмөш ынйылары» 03.03.2015

Хәйбулла районында старт алған әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү промо-акцияһы шулай аталды. Әҙәбиәт йылы сиктәрендә ойошторолған сараны рәсми асыу тантанаһына ошо төбәктән сыҡҡан бер төркөм шәхестәр саҡырылды.

Тантаналы сара Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатованы юбилейы менән тәбрикләүҙән башланды. Ҡәләм оҫтаһы кисәлә ижади пландары менән уртаҡлашты. «Яҙылып бөтмәгән китап» тип исемләнгән йыйынтыҡ өҫтөндә эшләүен һәм исем туйын тап яҡташтары алдында үткәрәсәген хәбәр итте.
Әйткәндәй, әҙәбиәт тигәндә барыбыҙ ҙа әҙәби әҫәрҙәрҙе күҙ уңында тотабыҙ. Ысынында иһә көн дә тиерлек һүҙ эше менән эш иткән журналистика өлкәһе лә әҙәбиәттең бер өлөшө. Ул ижади майҙанда ҡайнаған әҙиптәрҙең хеҙмәт емешен яҡтыртып ҡына ҡалмай, ә уны үҫтереүҙә лә булышлыҡ итә.
«Хәйбулла ынйылары» әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү промо-акцияһы төбәктә йыл дауамында барасаҡ. Проект сиктәрендә күренекле яҡташтар менән осрашыуҙар, төрлө фәһемле мәҙәни кисәләр ойоштороу ҙа ҡаралған. Әҙәбиәт йылы уңайынан төбәктә яҙыусы, шағирҙарының шиғырҙарынан торған баннерҙар ҙа барлыҡҡа килде.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика