Хәйбуллалар «Урал батыр» эпосын балалар баҡсаһынан уҡ өйрәнә башларға кәрәк тигән фекерҙә 17.05.2016

Аҡъяр ҡасабаһының «Шатлыҡ» мәктәпкәсә учреждениеһында билдәле әҫәрҙе яттан һөйләү бәйгеһенә кескәй башҡарыусылар йыйылды. Конкурстың муниципаль этабында райондан барлығы 16 бала ҡатнаша.

Иң бәләкәйенә ике генә йәш булһа, өлкәненә - 7. Бәйгегә малай-ҡыҙҙар ныҡлы әҙерләнеп килә, һөйләү кимәленән тыш, улар актер оҫталығын да күрһәтә. Милли кейемдәрҙә сығыш яһаған балалар ролгә инеп, бар хис-тойғоларын да тамашасыларға еткерергә тырышты. Ҡайһы берәүҙәр эпостың өҙөктәрен рус һәм инглиз телдәрендә лә ятлаған. Сығыштар араһында мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәрҙәре төрлө әҫәрҙәрҙән сәхнәләштереүҙәр ҙә күрһәтте. Конкурс еңеүселәре ике йәш категорияһында билдәләнде. Балаларының бәләкәй уңыштарына бигерәк тә ата-әсәләре ҡыуанды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика