Хәйбуллалар көҙгө уңыш алып һөйөнгән 28.10.2016

Төбәктә айырыуса  ашҡабаҡ уңған. Төрлө витаминдарға бай, татлы йәшелсәне егәрле Аҡназар ауылы халҡы күпләп үҫтереп кенә ҡалмай, өсөнсө йыл рәттән байрам да ойоштора.

Хәҙисә  Килдебаева ашҡабаҡты күпләп үҫтергән уңған хужабикәләрҙең береһе. Артыҡ тәрбиә талап итмәгән әрһеҙ йәшелсәне ғаилә мал-тыуар өсөн дә үҫтерә. Үҙҙәре ашҡабаҡтан ҡайнатмалар, төрлө ризыҡтар әҙерләп кинәнһә, һыйыр-башмаҡтарҙы һимертеүҙә ашҡабаҡҡа еткән йәшелсә юҡ икән.
Аҡназар  ауылы халҡы ашҡабаҡты электән үҫтерә.Ҡайһы бер ғаиләләләрҙә был йәшелсәнең ауырлығы утыҙ килограмға тиклем барып еткән, бер нисә арба уңыш йыйып алынған осраҡтар ҙа булған. Ә инде ашҡабаҡ байрамы ойошторола башлағас, ауыл халҡы дәртләнеп, уның төрҙәрен  өйрәнеүгә, күпләп үҫтерергә тотонған.
Быйылғы сараға күрше Йәнтеш, Аҡъюл ауылы ағинәйҙәре лә ҡушылды. Улар ауыҙ-тел ижадынан  ашҡабаҡҡа бәйле өлгөләрҙе барланы. Ашҡабаҡ ҡатнашлығында әҙерләнгән күргәҙмәлә хужабикәләр бер-береһен уҙҙырып төрлө тәмлекәстәр әҙерләгән.
Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған сараның үҙ алдына ғына йәшәп ятҡан бәләкәй ауыл халҡын берләштереүҙә роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Башлыса йорт хужалығы тирәләй әйләнгән гүзәл заттар рәхәтләнеп күңел асты, тәжрибә уртаҡлашты. Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, ижад өлгөләрен барлау ҙа  оло әһәмиәткә эйә. Шуға күрә был осрашыу һуңғыһы булмаҫ, дәртле Аҡназар халҡы  тағы ла яңынан-яңы саралары менән ҡыуандырыр, тип ышанғы килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика