Хәйбуллалар брендлы саралар шәлкемен дауам итә

Хәйбуллалар брендлы саралар шәлкемен дауам итә 01.12.2016

Был юлы райондың Первомайское ауылында сәк-сәк байрамы үтте. Өҫтәлдең йәме булған, халыктың берҙәмлеген сағылдырған ризыҡҡа арналған сара өсөнсөгә үтә. Быйыл урындағы ағинәйҙәр сәк-сәк бешереү нескәлектәрен күрһәтеүҙән тыш, ауылдаштарына сағыу концерт та әҙерләгән.  

Роза Әйүпова милли аш-һыу тәмле булһын өсөн уға күңелеңде һалып бешерергә кәрәк тигән фекерҙә. Шуға ла уңған хужабикә бауырһаҡҡа шаян йырҙар бағышлай. Үҙенсәлекле сығыш сәк-сәк байрамына килгән ауыл халҡын да арбай. Быға әлбиттә, шул иҫәптән тәм-томдоң күплеге һәм ауылда милли рецепттарҙың һаҡланыуы сәбәпсе.  
Первомайское ауылы халҡы элек-электән районда тәжрибәле   игенселәре менән дан тота. Уңышты ла мул алғанға, хужабикәләр икмәк һәм бәлештәргә маһир. Ауыл уңғандары бешергән тәмлекәстәрен бигерәк тә төрлө байрамдарҙа күрһәтергә ярата. Был юлы ла өҫтәлдәр аш-һыуҙан һығылып торҙо. Сара барышында ауыл ағинәйҙәре сәк-сәктең барлыҡҡа килеү тарихын сәхнәләштерҙе. Байрамдың юғары кимәлдә ойошторолоуы айырым баһаға лайыҡ булды.
Тәү тапҡырҙар сәк-сәк байрамы күберәк тәмлекәсте бешереү нескәлектәренә арналһа, был юлы ойоштороусылар сараның географияһын киңәйтергә ҡарар иткән.
Байрамдың милли аш-һыуҙы популярлаштырыуҙан тыш ауыл халҡын берләштереүҙә лә роле ҙур. Башлыса йорт эштәре менән йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар көндәлек эштәренән арынып, рәхәтләнеп күңел асты, тәжрибә уртаҡлашты һәм ауылдаштарына байрам бүләк итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика