Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылында Ҡорот байрамы үтте 16.10.2014

Ҡатын-ҡыҙ һөт ризыҡтарын әҙерләү оҫталығын күрһәтте, тәжрибәһен йәштәр менән дә уртаҡлашты.

Үҙебеҙгә онотмаҫҡа, йәштәргә еткерергә. Һаҡмар-Наҙарғол ауылы ағинәһе Зәкирә Юнысова - ҡорот ҡайнатыу оҫтаһы. Белемен ул үҙе генә ҡулланып ҡалмай, башҡаларға ла өйрәтергә тырыша, әле иһә өләсәһенең серҙәрен ейәне төшөнә. Һәр хужабикәнеке кеүек, Зәкирә Юнысованың ҡорот ҡайнатыу рецептында үҙе генә белгән нескәлектәре бар.

Зәкирә Юнысова, Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәүсе: «Ҡайнап сыҡҡансы гел болғап торорға кәрәк, сөнки икенсе осраҡта ҡорот насар була».

Һаҡмар-Наҙарғол ауылы халҡы боронғо йолаларҙы ихтирам итә, ҡатын-ҡыҙҙар иһә аш-һыуға оҫта. Шуға ла Мәҙәниәт йылы сиктәрендә бында Ҡорот байрамы үткәрергә тигән ҡарар сығарыла. Үҙенсәлекле байрам гөрләп үтте, уны сағыу милли кейемдәр, йыр-моң һәм аш-һыу биҙәне. Сараның идеяһын ауыл клубы мөдире уйлап таба.

Байрамдың эстәлеге бай булды. Ауыл ағинәйҙәре матур сығыш яһаны, ҡороттоң файҙаһы тураһында ла әйтеп үтте. Билдәле булыуынса, ул айырыуса аш һеңдереүгә булышлыҡ итә. Юҡҡа ғына халыҡта ҡоротто «фестал» тип йөрөтмәйҙәр. Был төр саралар райондың башҡа ауылдарында ла ойошторолған.

Байрам ауыл халҡына ла, ҡунаҡтарға ла оҡшаны. Һәр кем бындай сараларҙы үткәреү бик мөһим тигән фекерҙә, сөнки боронғо йолалар онотолорға тейеш түгел. Халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен йәштәргә еткереү - беҙҙең изге бурыс, тип билдәләй сараны ойоштороусылар. Милли ризыҡ иһә сәләмәтлеккә лә тура юл.

И.Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика