Хәйбулла районында халыҡ йолаларын тергеҙеү өсөн ҙур эштәр башҡарыла

Хәйбулла районында халыҡ йолаларын тергеҙеү өсөн  ҙур эштәр башҡарыла 26.10.2015

Сираттағы  байрам Юлбарыҫ ауылында үтте. Бында ағинәйҙәр клубы менән берлектә «Талҡанда бар ҙур сихәт» тигән мәҙәни кисә ойошторолдо. Хужабикәләр шифалы ризыҡты әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты, уның файҙаһын аңлатты.

Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Нәтижә Вахитова йыр-бейеүгә маһир. Башҡорт халҡы борон-борондан эште йырлап эшләгән, ти ул. Сөнки моң аша күңел асыла, кәйеф кутәрелә, эш тә ырай. Талҡан байрамына ла хаҡлы ялдағы уҡытыусы ҙур теләк менән килгән. Сөнки уның йәш быуынға шифалы ризыҡ хаҡында һөйләйһе һүҙҙәре байтаҡ.
Талҡандың файҙаһы тураһында боронғолар яҡшы белгән. Ризыҡҡа арнап  шиғырҙар,  йырҙар яҙылған. Талҡан ул башҡорттарҙың милли аҙығы. Уны әҙерләү өсөн бойҙай орлоғон  ҙур табала йә ҡаҙанда ҡыҙҙырып алалар. Артабан ҡурмасты ҡул тирмәнендә тарталар. Уға май, һөт, бал ҡушып  ашайҙар.
Башаҡлы үҫемлектәр файҙалы ризыҡтар рәтендә. Улар витаминдарға, микроэлементтарға, аҡһымға һәм аминокислоталарға бай. Талҡан түбән калориялы булыуына ҡарамаҫтан, бик туҡлыҡлы. Шуға ла ата-бабаларыбыҙ юлға сыҡҡанда кипкән ҡорот менән талҡан алыр булған.
Көндәлек донъя мәшәҡәттәренә сумып йәшәгән ауыл халҡы өсөн был сара ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелде.  Уңған ауыл килендәре байрамға төрлө ҡул эштәрен генә түгел, тәмле-татлы ризыҡтар ҙа бешереп алып килде. Күңелле аралашыу сәй табыны артында дауам итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика