Хәйбулла районында «Ағинәйҙәр ҡоро»ноң сираттағы йыйыны  үтте 09.12.2014

Сараға Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты  рәйесенең беренсе  урынбаҫары Хәләф Ишморатов, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева  һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар  килде.  

Хәйбуллалар ҡунаҡтарҙы Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һарайында милли аш-һыу менән ҡаршыланы. Сарала хужабикәләр ҡул эштәре буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Башҡортостанға ғына түгел, Рәсәйгә билдәле Вәзәм ауылында һуғылған шәлдәрҙән , Яңы Ергән ауылы оҫтабикәләренең ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолдо.
«Ағинәйҙәр ҡоро» райондың 37 ауылында уңышлы эшләп килә.  Башҡорт ауылдарындағы рухи донъяны һаҡлап ҡалыу теләге менән берләшкән ҡатын-ҡыҙҙар төбәктә төрлө саралар ойоштора,  йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҡатнаша.
Йыйында республиканың 17 районынан йыйылған ағинәйҙәр, ҡунаҡтар һүҙ тотоп  йәмғиәттең бөгөнгөһө, киләсәге хаҡында фекер алышты. Тел, ер мәсьәләләрен күтәрҙе.
Йыйында ҡатын-ҡыҙҙарҙың  төбәктәрҙәге эшмәкәрлегенең дәүләт кимәлендә әһәмиәтле булыуы билдәләнде. Ағинәйҙәрҙең  ауыл халҡын борсоған  һорауҙарҙы күтәреп  үҙ тәҡдимдәрен белдерергә хоҡуғы бар. Йәмғиәт ойошмаларына  гранттар бүленә, матди ярҙам кәрәкһә, конкурста ҡатнашырға мөмкин. Киләсәктә республика ағинәйҙәрен баш ҡалала йыйыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылды  Иң әүҙемдәргә Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика