Хәйбулла районы Бүребай ауылында ла элек-электән бейеү сәнғәтенә ғашиҡ кешеләр йәшәй

Хәйбулла районы Бүребай ауылында ла элек-электән бейеү сәнғәтенә ғашиҡ кешеләр йәшәй 29.04.2016

Сирек быуат инде ауыл мәҙәниәт йортоноң «Ви-степ» бейеү ансамбле хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерә.

Аҙнаһына өс тапҡыр Бүребай пенсионерҙары заманса көйҙәргә аэробикаға баҫа, донъя халыҡтары бейеүҙәрен өйрәнә. Ансамблдә барлығы 36 кеше шөғөлләнә. Сирек быуат эсендә ансамблдең үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы барлыҡҡа килгән. Тулы ҡанлы тормошто сағылдырған ҡыҙыл футболкалар ҙа «Ви-степ»тың айырылғыһыҙ атрибуты. Бүребай бейеүселәрен район сәхнәләрендә һәр ваҡыт көтөп алалар, төрлө конкурс-фестивалджәрҙән  маҡтау грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән оҙаталар. Сәхнә дуҫлығы көндәлек тормошта ла дауам итә, ҡатын-ҡыҙҙар күмәкләшеп сәй эсергә, хәл-әхүәл уртаҡлашырға ла ваҡыт таба. Бейеүгә ғашиҡтарҙың йәшәү дәрте һүнмәй.      

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика