Хәтирәләр селтәре 04.03.2017

Башҡортостан милли музейында ошондай исем аҫтында күргәҙмә асылды.

Селтәр күргәҙмәһе музейҙың  үҙенсәлекле шөғөлгә бағышланған тәүге проекты. Уның маҡсаты халыҡты Рәсәй оҫталарының эштәре менән таныштырыу һәм селтәрҙең һуңғы 150 йылдағы тарихын сағылдырыу. Күргәҙмәлә боронғо ҡул эштәре лә, заманса әйберҙәр ҙә урын алған. Улар араһында  ирланд техникаһы  буйынса эшләнгәндәре лә, энә  менән бәйләнгәндәре лә бар.  Залда барлығы 200 тирәһе ҡул эше урын урын алған.
Селтәр әйберҙәр электән көнкүрештә лә киң ҡулланылған. Ҡул оҫталары карауаттар, өҫтәлдәр өсөн япмалар, ҡорғандар бәйләгән. Матур биҙәктәрҙән йыйылған күлдәктәр, альяпҡыстар, баш кеймдәре иһә кешегә зауыҡ, күркәмлек өҫтәй. Айырыуса яғалар киң ҡулланыш тапҡан, улар һәр кейемгә биҙәк, сағыулыҡ өҫтәй. Шуға күрә был шөғөлө йылдар дауамында юғалмай, яңынан-яңы элементтар менән байып килә. Күргәҙмәне гүзәл заттар бик яратып ҡабул иткән, ҡул эштәре маутрлыҡ та тыуҙыра, нервыларҙы ла тынысландыра, ти улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика