Хәтер кисәһе 26.09.2014

1800-се йылдың 26 сентябрендә Эстонияның Рогервик ҡәлғәһендә  башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев  һәләк була. Ул батша ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәше өсөн ғүмерлек әсирлеккә хөкөм ителә. Бөгөн  Салауат Юлаев  республиканың символы булып тора. Уның исемен район һәм ҡала, урамдар, хоккей клубы һәм башҡалар йөрөтә. Халыҡ данлы геройы менән хаҡлы ғорурлана, сираттағы флэшмоб  та  быны асыҡ раҫлай.  

Салауат Юлаевтың шиғырҙарында яугирлыҡ, азатлыҡ рухы, тыуған иленә булған һөйөү ярылып ята. Был әҫәрҙәр миндә лә тәрән хистәр уята, ти геройҙың яҡташы Илмир Хәйруллин. Яугирҙың шиғырҙарын һөйләп егет уның тойғоларын кисергәндәй тоя.
Салауат Юлаевҡа арналған ижади флэшмобта  теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Шәхестең исемен йөрөткән майҙанда уның шиғырҙары башҡорт, рус, төрөк телдәрендә яңғыраны.
Иң күп ҡатнашыусылар баш ҡала уҡыу йорттарынан һәм мәктәптәренән йыйылғайны. Ләкин сарала ҡатнашыу өсөн махсус килеүселәр ҙә булды, бер төркөм йәштәр Нуриман районынан ине.
Майҙанда Салауат Юлаевтың ижадын һөйгән, уның тормошонан үрнәк алған дәртле йәштәр йыйылғайны. Улар  сығышында үҙ мөнәсәбәтен белдерергә тырышты.
Кисә шиғырҙарҙан ғына торманы, сығыш яһаусылар милли геройға арналған йырҙарҙы ла онотманы.
Артабан  сараны флэшмоб дауам итте. Ике йөҙгә яҡын кеше бергә ҡушылып Салауат Юлаевтың «Уралым» шиғырын һөйләне.
Сара үҙенең моратына иреште, майҙанға йыйылған егет-ҡыҙҙар героик шәхесте тағы берҙе иҫкә алып, уға яҡынлашты. Ижады аша үҙҙәрен дә яугирҙай тойҙо.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика