Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡурай байрамы ойошторолдо

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡурай байрамы ойошторолдо 03.02.2017

Яңы проектты тәҡдим итеүсе коллектив һәм солистар  концерт туры менән Рәсәйҙең һигеҙ ҡалаһында сығыш яһап өлгөргән. Ҡайһы бер ҡалаларҙа тамашасы  ҡурай моңон тәүгә ишетһә лә, йылы һәм ихлас ҡабул иткән.

Байрам моң һөйөүселәрҙе Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына йыйҙы. Ижади коллективтың проекты республика сиктәренә сыҡты. Өфөләге ҙур концерт алдынан сағыу тамаша  Ҡурғандан алып  - Мәскәүгә тиклем  8 ҡалала күрһәтелде. Мәскәү метроһының "Күргәҙмәләр" туҡталышында биэналэ концерттарҙы халыҡ яратып ҡабул итә.

Гастроль программаһынан иң яҡшы сығыштар Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән концертҡа индерелгән. Тамаша  Башҡортостанды ҡурай моңо аша донъяға таратыусы инструмент ярҙамында башҡорттоң гимны "Урал" көйө менән асылды. Уны Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов милли оркестр менән бергә башҡарҙы.

Ҡурай байрамының халыҡ йырҙарына үрелеп барған тамашаһын  олоһо ла, кесеһе лә йылы ҡабул итте. Байрамға хатта, тотош ғаиләләре менән килеп тамаша ҡылыусылар ҙа  бар.

Башҡорт халҡының булмышын, рухи донъяһын илаһи ҡурай моңо аша күрһәтеүсе проект артабан да үҙ эшен дауам итә. Ҙур коллективтың киләһе гастролдәре көнбайыш себер ҡалаларында ойоштороласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика