Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында бер көн эсендә ун концерт! 04.03.2017

«Иң яҡшы көн» тип аталған проект республикала тәүге тапҡыр уҙғарыла. Уның сиктәрендә NON-STOP режимында бер көн эсендә филармония тамашасыларға төрлө жанрҙағы ун концерт тәҡдим итә.

Классиканан алып джазға тиклем. Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында тамашасы күңеле теләгән концертты бер үк ваҡытта ҡарай алды. Проект «Иң яҡшы көн» тип юҡҡа ғына аталмаған. Бер сәхнәлә иң яҡшы солистар, ижади коллективтар сығыш яһаны.
Мәҙәни сараға ҡала халҡы ғаиләһе менән килде. «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө ағзалары кескәй ҡыҙҙар-малайҙарға музыка ҡоралдары легендаларын һөйләп, инструменттарҙа хатта уйнап ҡарарға мөмкинлек бирҙе.
Ә филармония фойеһында байрамға килеүселәр уйындарҙа ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәр алды. Ойоштороусылар кескәй тамашасыларға аниматорҙар менән осрашыу үткәрҙе.
Әйткәндәй, музыкаль марафонда үҙҙәренең тәүге отчет концерты менән филармонияның балалар академияһы – «Салауат» бейеү студияһы һәм малайҙар капеллаһы ҡатнашты. Малай-ҡыҙҙарҙың ҙур сәхнәләге тәүге сығыштарын ата-әсәләре килеп ҡараны.
Марафон сиктәрендә ҡала халҡы он-лайн режимда Мәскәү филармонияһының Академия симфоник оркестры концертын ҡарай алды. Мәҙәни сараны ҙур залда «Бөтә ғаилә өсөн концерттар» циклы йомғаҡлаясаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика