Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 76-сы ижад миҙгелен япты

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 76-сы ижад миҙгелен япты 22.05.2015

Тамашасыларға  филармония артистары үҙенсәлекле программа әҙерләгән. Залда башҡорт, татар һәм рус эстрада йырсылары, «Далан», «Ҡарауанһарай» төркөмдәре, «Ҡыҙыҡ-мәҙәк» эстрада көлкө театры сығыш яһаны.  Йыр-моң һөйөүселәр шулай уҡ йәш артистарҙы ла алҡышланы.  Әткәндәй, миҙгел сәхнә оҫталары өсөн гастролдәргә бай булған.

Миңзифа Исҡужина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: «Джаз оркестры ла, милли ҡоралдар оркестры ла ҡатнаша. Коллективыбыҙҙа йәштәр күп. Егеттәр, ҡыҙҙар. Аллаға шөкөр, бик матур тауыштар күп. Шуға ла концерттар бик матур буласаҡ киләсәктә лә».
Лилиә Ишемйәрова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: «Үҙемә килгәндә инде, яңы миҙгелдә тамашасыларҙы үҙемдең концертым менән ҡыуандырырмын тип уйлайым. Декабрь айҙарына планлаштырылды был. Мин һәр ваҡыттағыса концертыма ентекләп әҙерләнәм. Яңы йырҙар, яңы образдар, яңы костюмдар»...
Филармония фойеһында теләге булған һәр кем ҡымыҙ, буҙа менән һыйланды, маскарад костюмындағы артистар менән фотоға төштө. Ошонда уҡ джаз йырҙары яңғыраны, тамашасылар билеттар буйынса бушлай абонементтар отто.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика