Хәмиттә яңы мәҙәниәт усағы

Хәмиттә яңы мәҙәниәт усағы 29.11.2014

Әбйәлил районының төпкөл ауылдарының береһе Хәмит ауылы клубы тулыһынса яңыртылғандан һуң сафҡа инде. Утыҙ йыл элек төҙөлгән Хәмит ауылы мәҙәниәт йортона күптән ремонт талап ителә ине.

Быға тиклем һыуыҡ бинала эш һәм халыҡтың ялы өсөн тейешле уңайлыҡтар булманы. Был мәсьәлә күптән иғтибарға алынһа ла, финанс мөмкинлектәрҙең булмауы арҡаһында клуб элекке хәлендә ҡала килде. Быйыл төпкөл ауыл халҡын борсоған проблема, ниһайәт, ыңғай хәл ителде. Мәҙәниәт йортон йүнәтеүгә республика бюджетынан миллион ярым һумға яҡын аҡса бүленде.  
Мәҙәнилек тәрбиәләү йәһәтенән ауыл мәҙәниәт йортонда бик күп эштәр башҡарыла. Төрлө йәмәғәт саралары, йыр-бейеү коллективтары, фольклор ансамбле лә тап ошо бинала шөғөлләнә. Хәмит ауылы район үҙәгенән 80 саҡрым алыҫлыҡта урынлашыуын иҫәпкә алғанда, ЗАГС-тар ҙа ошонда үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика