Хәҙерге заманда уны  ваҡытты уҙыусы социализм топ-менеджеры тиҙәр 05.10.2016

Бөгөн 1969-87-се йылдарҙа Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Социалистик Хеҙмәт Геройы, республика ғына түгел, тотош Рәсәй өсөн әһәмиәтле нефть һәм газ үткәргестәр төҙөүгә тос өлөш индергән етәксе, төбәк ҡоролошона быуындарға етәрлек ныҡлы нигеҙ һалыусы идарасы - Миҙхәт Закир улы Шакировтың тыуыуына 100 йыл. Өлкән быуын кешеләре баш ҡалала тыуып үҫеп үҙ төйәген үҫтереүгә бар ғүмерен бағышлаған, яуаплы һәм талапсан етәксене яҡшы хәтерләй. Бөгөн улар Миҙхәт Закир улының тормошо, эш итеү алымдары, хеҙмәт юлын өйрәнеүгә арналған конференцияға йыйылды

Өлкә комитетының беренсе секретары. Миҙхәт Шакировтың тормошон, хеҙмәт юлын, эш дәүерен сағылдырған өр яңы китап мейестән сыҡҡан икмәк кеүек үтә. Тотош бер шәхес тормошон үҙ эсенә алған баҫманы, уның менән бер ваҡытта эшләгән өлкәндәр генә түгел, йәштәр ҙә ҙур теләк менән ала. Миҙхәт Закир улының яҙмышы, уның хеҙмәт юлы күптәргә үрнәк, хатта өҫтәл китабы итеп һалырлыҡ, ти улар.
Милли музейҙа Миҙхәт Шакиров тыуыуға  йөҙ йыллыҡҡа арнап күргәҙмә ойошторолған. Бына Миҙхәт Закирович  Брежнев менән тора, ә был фотоһүрәттә Хрущев менән йәнәш атлап бара.  Ул һәр ваҡыт власть  эшелонының локомотив составында.  Шакировтың юғары яуаплылыҡ, яҡшы ойоштороу һәм эшһөйәрлек сифаттары ил етәксеклегенең ышанысын яуланы , ти хеҙмәттәштәре.
Миҙхәт Шакировтың тормошон бер  күргәҙмәгә генә һыйҙырырылыҡ түгел. Башҡортостандың индустриаль үҫешен ойоштороусы, энергетик хужалығына нигеҙ һалыусы шәхес үҙ ваҡытын күпкә уҙып быуаттарға етәрлек эҙ ҡалдырған. Ул төҙөткән заводтар, нефть һәм газ үткәргестәр әле лә халыҡҡа хеҙмәт итә.
Дәүләт эшмәкәре ауыл хужалығына ла етди иғтибар бүлә. Уның идара итеү осоронда социалистик йөкләмәләр күпкә арттырып үтәлә. Ауыл хужалығы тауарҙары, ашлыҡ етештереү һәм һатыу бермә-бер арта. Был ҡаҙаныштары өсөн Миҙхәт Шакировҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика