Хәҙерге глобалләшеү шарттарында милләтте иҡтисади, мәҙәни яҡтан һаҡлау 09.12.2016

Ошо һәм башҡа мәсьәләләр Урал мәғдәнселәренең баш ҡалаһы - Пермдә  Ҡурай байрамы һәм «Башҡорт халҡының рухи мираҫы» тип аталған түңәрәк өҫтәлдә тикшерелде.

Край губернаторы хакимиәтенән рәсми вәкилдәр, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, ғалимдар ҡатнашлығында ойошторолған түңәрәк өҫтәлгә тиклем Барҙа, Чернушка райондарында балаларҙы ҡурай уйнау серҙәренә төшөндөргән оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылғайны. Түңәрәк өҫтәл ошо төбәктә йәшәгән ғәйнә, уран, танып, ыуаныш башҡорттарының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә арналды.
Бөтә донъя башҡорттарының бынан нәҡ бер йыл элек - 2015 йылдың ноябрендә яңы һайланған башҡарма комитеты тарафынан ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бик күп эштәр башҡарылды. Бөтә донъя башҡорт йәштәре ойошмаһы раҫланды, конгресс алты төбәккә бүленде. Шуларҙың барыһында ла киңәйтелгән ултырыштар, төрлө тарихи даталарға арналған байрам саралары, йәштәр форумдары уҙғарылды. Иң мөһиме, башҡарма комитет Башҡорт автономияһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы Республика Хөкүмәтенә үҙ талаптарын еткерҙе. Уларҙың ҡайһы берҙәре төбәк башлығы тарафынан хупланды ла. «Хәҙерге глобалләшеү шарттарында милләтте иҡтисади, мәҙәни яҡтан һаҡлау - беҙҙең бурысыбыҙ. Милләттебеҙҙе юғары һәм эшлекле даирәләрҙә һаҡлау юлдарын эҙләргә тейешбеҙ», тип белдерҙе башҡорт лидеры Әмир Ишемғолов.
Пермь башҡорттары ҡоролтайы раҫланғандан алып төбәк башҡорттары бындай күтәренке кәйеф, дәрт менән уҙған сараны күргәне юҡ ине әле. Край ҡоролтайының киләсәккә эш пландары, йүнәлештәр тураһында һөйләшелде. Пермь йәштәренең дә Бөтә донъя башҡорт йәштәре ойошмаһы эшенә дәррәү ҡушылырына ышаныс белдерелде. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән фильмдар тәҡдим ителде, ә кис урындағы дәүләт филармонияһында Башҡортостан сәнғәт әһелдәре тарафынан ҙур байрам концерты күрһәтелде. Репертуар әлбиттә,  башҡорт халҡының милли моңдарын, һәм әлбиттә, ҡурай моңдарынан торҙо.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика