Кескәй йондоҙҙар сәнғәткә юл яра

Кескәй йондоҙҙар сәнғәткә юл яра 03.06.2017

Бөгөн Өфөлә «Самрау» балалар театр студияһында шөғөлләнеүселәр асыҡ дәрес күрһәтте. Башҡорт дәүләт академия драма театрының фойеһы һәм бәләкәй залында буласаҡ артистар «Оскар һәм Розовая дама» спектаклен ҡуйҙы һәм  әҫәрҙәрҙән өҙөктәр күрһәтте. Шиғыр һөйләүгә, йыр-бейеүгә оҫталығы менән  таныштырҙы.

Ун йәшлек Оскар яман шештән яфалана. Спектакль сценарийы буйынса ул үҙенең дауахана тормошо менән таныштыра. Бында улар артынан ауырыуҙарҙы ҡараусы ханымдар күҙәтә. Малай уларҙың береһен Рауза өләсәй тип йөрөтә.  Нәҡ ул 12 көн генә йәшәргә ҡалған Оскарҙы яман уйҙарҙан аралай. Һәр көнөн 10 йылғаса тиңләштереп уйын уйнарға саҡыра. «Самрау» балалар театр студияһында шөғөлләнеүселәр өсөн иһә - был әҫәрҙе сәхнәләштереү үҙенә күрә һынау ҙа. Ауыр сирҙән интеккән бала булып сығыш яһау өсөн дә бит ысын артист булыр кәрәк. Төп геройҙың уй-кисерештәрен һәм һыҙланыуҙарын студияла шөғөлләнеүсе тиҫтәгә яҡын малай-ҡыҙ күрһәтте. Улар араһында -  Илхан Әхмәтйәнов та бар. Үҫмер өсөнсө йыл актерлыҡ оҫталығына төшөнә.
Студияла шөғөлләнеүселәрҙең бәләкәй еңеүҙәре лә бар. Уларҙың күбеһе халыҡ араһында киң танылыу яулаған – «Ҡаһым түрә», «Февраль. Буран», «Мулла», «Ике төш», «Нәркәс», «Шәүрәкәй» һәм башҡа спектаклдәрҙә ҡатнаша. Башҡорт дәүләт академия драма артистары менән бергә гастролдәргә йөрөүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Илназар Әхмәтйәнов Татарстанды күреп ҡайтҡан. Балаларҙың театр студияһына йөрөүенә ул ифрат шат.
«Самрау» студияһында балалар сәхнә телмәренә өйрәнә, улар өсөн актерлыҡ оҫталығы, хореография, вокал буйынса айырым дәрестәр ойошторолған. Бөгөн театр артистары малай-ҡыҙҙарҙың уңыштарын күреп ҡыуанды.
Әйткәндәй, студияла 13 бала шөғөлләнә. Иң кесеһенә алты йәш булһа, 17 йәше тулғандар өсөн отчет спектакль - сығарылыш кисәһенә әйләнде. Был театр мәктәбен үтеүселәр киләсәген сәнғәт менән бәйләргә теләй.
Студия тәрбиәләнеүселәре киләсәктә Башҡортостандың атҡаҙаған һәм халыҡ артистары булыр тип өмөтләнге килә. Улар бөгөндән үк үҙҙәрен сәхнәлә иркен тотоп, билдәле сәнғәт әһелдәре ойошторған дәрестәрҙең һөҙөмтәле үтеүен күрһәтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика