Каникул етеү менән Башҡортостанда етмеш меңдән ашыу бала ял үҙәктәренә йөрөй башланы 03.06.2015

Уҡыусылар мәктәп янындағы көндөҙгө лагерҙарҙа ла ял итә. Бында улар көнөнә ике тапҡыр туҡлана, төрлө конкурс, спорт уйындары үткәрелә.

Вожатыйҙар балаларҙы йыр-бейеү менән уята. Өфөнөң 116-сы урта мәктәбендә ойошторолған көндөҙгө һауыҡтырыу лагерына 79 уҡыусы йөрөй, улар өс отрядҡа бүленгән. Һәр команданың исеме, девизы бар.
Мөғжизә, ысынлап та, бар. Уҡыусыларҙың күптән көтөп алынған йәйге каникулы башланды. Хәҙер расписаниела дәрестәр теҙмәһе түгел, ә мауыҡтырғыс уйын-конкурстар, экскурсияларҙың ваҡыты яҙылған.  Иртәнге һәм төшкө ашҡа ла өлгөрөргә кәрәк. Әйткәндәй, мәктәптә түңәрәктәр ҙә эшләй. Унда ла балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә.
Элина Ишмөхәмәтова, Өфөнөң 116-сы урта мәктәбе уҡыусыһы: «Бейеү, йыр түңәрәктәренә йөрөйбөҙ. Концерттар күңелле үтә. Миңә бик оҡшай».
Быйыл лагерҙарҙа үтәсәк сараларҙың күбеһе Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арнала. Был йәһәттән музыка һәм әҙәбиәт уҡытыусылары балалар өсөн мауыҡтырғыс программа әҙерләгән.
Зәбирә Шәрифуллина, Өфөнөң 116-сы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: «Беҙ был лагерҙа, Алла бирһә матур итеп китаптар уҡыясаҡбыҙ һәм ошо әкиәттәрҙе театрлаштырасаҡбыҙ».
Көндөҙгө майҙансыҡтарға 7-нән 14 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр алына. 21 көн дауамында улар бында алты сәғәт ял итә.
Йәйге лагерҙар уҡыусыларҙы физик яҡтан сыныҡтыра ла. Мәктәпкә килгәс улар, тәү сиратта, иртәнге зарядка яһай, артабан төрлө спорт уйындарында ҡатнаша. Һикереү, йүгереү, саф һауала йөрөү - быларҙың барыһы ла малай-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген нығытыуға булышлыҡ итә.
Каникул файҙалы, иҫтә ҡалырлыҡ үтһен өсөн уҡыусыларға ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр ойошторола. Әйтәйек, Өфөләр ғәскәровсыларҙың концертына барып,  ШОС һәм БРИКС  илдәренең бейеүҙәрен ҡараны. Артабан экскурсия Матросов паркында дауам итте. Унда балалар һәм үҫмерҙәр һәйкәлдәр менән танышты.
Балалар һәм үҫмерҙәр, ысынлап та, бер минут буш тормай. Уйындар хатта, экскурсия ваҡытында ла уҙғарыла.
Республиканың башҡа ҡала-райондарында ла уҡыусылар күңелле ял итә. Әйтәйек, Баймаҡтың 1-се мәктәбендә ойошторолған көндөҙгө майҙансыҡта алты отряд эшләй. Төрлө экскурсия, походтарҙан тыш, бында йәш техниктар станцияһы хеҙмәткәрҙәре малайҙарға төрлө йүнәлештәр буйынса уҡыуҙар үткәрә.
Әлбиттә, көндөҙгө лагерҙарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ата-әсәләргә борсолорға кәрәкмәй. Балалар ныҡлы ҡарау аҫтында, ваҡыттарын да бушҡа үткәрмәй.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика